Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
20 Март 2025, 05:56

Ул бит ҡыҙыл флотсы булған!

Атайым бер быуатҡа яҡын ғүмер йәшәп, үҙендә бик күп тарихты йөрөткән һәм алып киткән, ҡыҙғаныс, әлбиттә...Атайым Зәйнетдин Мөхәмәтйәнов Ғафури районының Бәләкәй Үтәш ауылында 1920 йылда донъяға килә, һәм 90 йәшенә етеп вафат булды.

Ул бит ҡыҙыл флотсы булған!Ул бит ҡыҙыл флотсы булған!
Ул бит ҡыҙыл флотсы булған!

Ул олатайым менән өләсәйем ғаиләһендә бишенсе бала була, тыуған, үҫкән йылдары еңелдән булмай. Өләсәйемдең 1921-1922 йылдарҙағы аслыҡ тураһында һөйләгәндәре бер аҙ хәтеремдә ҡалған. Был баланы һаҡлап ҡала алһаҡ ярар ине, тип ҡайғырғандар.
Аллаға шөкөр, атайым үҫеп буй еткергән, ете класс белем алған. Артабан уҡырға бик теләге булһа ла, уҡый алмаған. Сөнки уға “кулак” балаһы тигән мөһөр тағыла. Олатайымдың өйөн, бар булған мөлкәтен тартып алалар, ғаилә урамда ҡала, ә өйҙәрен мәктәп итәләр. Ул ваҡытта атайымдар ғына түгел, күп кешеләр шундай хәлдә ҡала. Тик был турала бер кем дә, бер нимә лә һөйләмәне. 1990 йылдарға тиклем “раскулачивание” тыйылған тема булып ҡалды.
1936-1937 йылдар ауыр килә, ныҡ булмаһа ла, ҡоролоҡ ҡабатлана. Аслыҡ, яланғаслыҡ, юҡлыҡ, ә йәшәргә кәрәк. Шуға күрә кешеләр Үзбәкстан яҡтарына юллана, атайым да 17 йәшендә атаһына ярҙам итеү теләге менән күрше ауылдағы Искәндәр бабайға эйәреп сығып китә. Ул Ташкентта редакцияла корректор булып эшләп, үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә. Артабан уны редактор итеү тураһында һүҙ сыға, ләкин атайым риза булмай, тыуған яғына ҡайтырға мәжбүр була. 1939 йылда фин һуғышы башланғас атаһын һуғышҡа алырҙар тип ҡурҡа.
1940 йылда бик ҡыйынлыҡ менән “Өфө йылға пароходствоһы”на эшкә урынлаша. Ә 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Ағиҙел, Кама, Волга йылғалары буйлап пароходта һуғыш кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, ризыҡ ташыйҙар. Был ваҡытта атайым рулевой була. Сталинград (хәҙер Волгоград), Мәскәүгә тиклем барып етәләр. Шуныһы асыҡлана, ул 1943 йылда Сталинградты немецтарҙан азат иткәс, Волга йылғаһын миналарҙан таҙартыуҙа ҡатнаша. Бик ауыр эш, күптәр һәләк була, сөнки миналарҙың шартлаған осраҡтары ла була.
Ике меңенсе йылдарҙа бер туған ҡустымдың улы, олатаһы тураһында белергә теләп, эҙләүҙәр башланы. Төрлө архивтарға запрос ебәрҙе, тик бер хәбәр ҙә булманы. Ниһайәт, Санкт-Петербургтағы Хәрби Диңгеҙ Флоты архивынан хәбәр алды. “Зәйнетдин Бәҙретдин улы Мөхәмәтйәнов 1941-1943 йылдарҙа “Краснофлотец” (ҡыҙыл флотсы) булып хеҙмәт иткән тигән ҡағыҙ килде. Шулай итеп, беҙ атайым тураһында күберәк белдек, ә уның балалары, ейәндәре ҙур ғорурлыҡ менән олаталарының фотоларын тотоп, “Үлемһеҙ полк” та ҡатнашты.
Һуғыштан һуң 1951-1953 йылдарҙа атайым Стәрлетамаҡта колхоз рәйестәре, агрономдары әҙерләү буйынса ике йыллыҡ курста уҡып, диплом алып, 40 йылдан артыҡ үҙең эшен яратып башҡарҙы. Ул Мәжит Ғафури исемендәге, “Ағиҙел” колхоздарында баш агроном булып эшләне.
Матур бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашҡым килә. Был ваҡыттар атайымдың эшмәкәрлеге менән бәйле. 1950 йылдарҙың аҙағында, ауылдан йыраҡ түгел ҙур яланда ҡарбуз, ҡауын үҫтерҙеләр. Атайым мине үҙе менән ала ине (көтөп алған бала булғанғалыр, бәлки). Ҡарбуз, ҡауындарҙың тәгәрәп ятҡаны әле лә күҙ алдымда.
Пенсияға сыҡҡас та атайым тик ятманы, агроном-йәшелсәсе булып эшләне. Табынск консерва заводына кәбеҫтә, ҡыяр, помидор, һуған үҫтерҙеләр. Ә йәшелселәр ниндәй ине: бер ниндәй ағыуһыҙ, ашап туя алмаҫлыҡ ине!
1948 йылда атайым Малай ауылы ҡыҙы Зәйнәп Шәфиғулла ҡыҙы менән тормош ҡороп, ете балаға ғүмер, матур тәрбиә биреп үҫтерҙеләр. Уларға рәхмәтем сикһеҙ.
Атайым балаларына, ейәндәренә яҡшы атай, олатай булды. Уның тәрбиәһе лә үҙенсә булды, ҡысҡырманы, әрләмәне, тик ҡарашы менән урынға ултырта ине. Хәстәрлекле, тура һүҙле булды ул, шуның өсөн дә уны ихтирам иттеләр.
Быйыл, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйбеҙ. Нисә йыл үтһә лә, үткәндәр кире ҡайтмай, ҡабатланмай, улар тарихта ҡала. Атайым тураһында был яҙмам да тарихтың бер бите, ә тарихты һәр кем белергә тейеш.
Оло эш башҡарҙың, атайыбыҙ,
Бөйөк Еңеүгә өлөш индереп.
Ҡорал ташығанһың Иҙел, Волга буйлап,
Еңеү көнө барыбер килер тип.
Һин бит еңеүселәр рәтендә,
Беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ.
Ейәндәрең үтте фотоң менән,
“Үлемһеҙ полк” та булды урының.
Әлиә Рәхимова.
Яңы Ҡыйышҡы ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас