Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер генә балаһының да донъя көтөүен, ейәндәре тыуыуын күрә алмай олатайым 46 йәшендә генә юл фажиғәһендә һәләк була. Йән өшөткөс! Шул өс ҡыҙҙы тәрбиәләп үҫтереү, уҡытыу, кейәүгә биреү, туйҙар үткәреү өләсәйемдең иңенә төшә. Ул әсе яҙмыш еленә бөгөлөп төшмәй. Ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшен дауам итә. Утынын да ярған, һыйырына бесәнде лә үҙе әҙерләгән, ҡаҙ-өйрәген дә көткән, эшләмәгән эше ҡалмаған. Балаларының һәр береһе үҙ аллы һөнәр һайлап, уҡып кеше булған, өсөһө лә юғары белем алған.
Өләсәйем оло йөрәкле кеше. Ул сабыр, хәстәрлекле, иң изге күңелле кеше. Бөтәһен дә аңлап тора. Ауылда бөтәһе лә уны ихтирам итә. Яҡын кешебеҙ тәмле итеп бешеренә лә, бәйләмдәр бәйләй, ейән-ейәнсәрҙәрен изгелекле булырға өйрәтә. Уның биш ейән-ейәнсәре бар. Беҙҙең уңыштарға өләсәйем ихлас ҡыуана. Йәй көндәрендә мин уға баҡсала эшләшәм, ҡош-ҡортон да ҡарашам.
Оло йәшенә ҡарамаҫтан ул етеҙ, хәрәкәтсән. Ғүмер буйына арымай-талмай медицина өлкәһендә эшләй. Эш тип тормай, матур итеп донья көтә, йорт-ҡураһын үҙ ҡулдары менән үҫтергән матур-матур сәскәләр биҙәй. Шундай һоҡланғыс кеше минең өләсәйем. Өләсәйемдең оҙон ғүмерле булыуын теләйем, ауырымаһын, тормошҡа шатланып йәшәһен дә йәшәһен. Беҙ уға һәр ваҡыт, һәр нәмә өсөн «Рәхмәт» тип әйтәбеҙ.
Салауат Әхмәҙиев, Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһының 4 класс уҡыусыһы.