Даирә
+28 °С
Болотло
Новости
20 Март 2025, 05:47

Кеше китә, эҙе ҡала…

Ундай кешеләр тураһында яҡты иҫтәлек, матур хәтирә халыҡ күңелендә мәңге һаҡлана. Ундайҙар һирәк. Ләкин, Аллаһтың ҡөҙрәте, улар беҙҙең арала бар. Моңло бер йыр кеүек халыҡ күңелендә, яҡты иҫтәлек булып һаҡланыусы шундай талантлы шәхестәрҙең береһе – райондашыбыҙ Әкрәм Закиров.

Кеше китә, эҙе ҡала…Кеше китә, эҙе ҡала…
Кеше китә, эҙе ҡала…

Әкрәм Салауат улы районыбыҙҙың күренекле кешеләре араһында айырым, лайыҡлы урын алып тора. Яҡташтарыбыҙ хәтерендә ул ихлас, алсаҡ, тормошто яратыусан кеше булып ҡалған. Ғүмеренең иң ҙур өлөшөн ул сәхнәлә Ҡырмыҫҡалы халыҡ театры спектаклдәрендә уйнап үткәрҙе, тиһәк тә була. Тамашасылар уның башҡарған ролдәрен яратып ҡабул итеп, алҡыштарға күмеп оҙата ине.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас