Фронттағыларға ярҙам итәбеҙ
«Башҡортостан үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай» саҡырыуы күптән инде киң таралды. Фронт яугирҙәре Башҡортостандың үҙ егеттәре хаҡында хәстәрлек күреүен, һәр ваҡыт кәрәкле әйберҙәр туплап гуманитар ярҙам ебәреүен белә, ә уларҙың ғаиләләре бер нимәгә лә мохтаж түгел. Күп кенә хәрби хәбәрселәр, Башҡортостандың фронтҡа һәм яугирҙәргә ярҙамы – илдә иң яҡшыларҙың береһе, тип билдәләй.
Беҙ тәүгеләрҙән булып 2022 йылда гумконвой ебәрҙек, ә бөгөнгә уларҙың һаны 144-кә етте. Бынан тыш, бөтә республиканан предприятиелар, муниципалитеттар, битараф булмаған кешеләр алғы һыҙыҡҡа кәрәкле посылкалар ебәрә. Барлыҡ район башлыҡтары Донбассҡа барып, яҡташтарының хәл-әхүәлен белешеп тора. Башҡортостан гуманитар ярҙам ташыуҙың үҙ системаһын булдырған: ЛХР-ҙа беҙҙең логистик үҙәк эшләй, алып барылған ярҙам заявкаларға һәм ихтыяжға ярашлы бүленә.
Беҙҙең табиптар сиратлап хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ла, урындағы халыҡҡа ла ярҙам итергә бара, унда хатта теш дауалау өсөн заманса стоматология модуле алып барылған. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар отрядтары МХО биләмәһендәге хәрби госпиталдәрҙә яралыларҙы ҡарарға ярҙам итә.
Тылда ла эш тынмай
Бында, тылда, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылған, улар иҫәбендә – шифаханаларҙа бушлай дауаланыу, балаларға белем биреү, ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һәм башҡалар. Бер генә хәрбиҙең дә ғаиләһе иғтибарһыҙ ҡалмаған.
Радий Хәбиров был процесты үҙе контролдә тота, ул бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы, алғы һыҙыҡта булды, яугирҙәрҙең шатлыҡ-хәсрәттәре тураһында белеү өсөн улар менән даими аралаша.
Контракт хеҙмәте
Башҡортостан контракт хеҙмәтенә ҡабул итеүҙе ойоштороу һәм халыҡ менән патриотик һәм аңлатыу эштәре алып барыу буйынса өлгө булып тора. Мобилизация әҙерлеген яҡшы ойоштороу буталсыҡҡа юл ҡуймаҫҡа ярҙам итте, ә һуңынан республикабыҙ илебеҙҙе яҡларға әҙер булыуын эш менән иҫбатланы. Республикала доброволецтар иҫәбенә хәҙер инде билдәлелек яулаған Салауат Юлаев, генерал Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары, һуңынан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы ойошторолдо. Республиканан доброволецтар ағымы бөгөнгәсә туҡтамай.
Яугирҙәрҙе тыныс тормошҡа әҙерләйбеҙ
Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың тыныс тормошҡа яраҡлашыу системаһы әүҙем үҫтерелә. Был йүнәлештә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы ҙур эш башҡара. Оборона министры урынбаҫары, дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева әйтеүенсә, Башҡортостанда фондтың эшен ойоштороу тәжрибәһе, атап әйткәндә, бер юлы бер нисә ҡалала ярҙам үҙәктәре асыу – үҙенсәлекле һәм һөҙөмтәле алым, шуға күрә уны башҡа төбәктәргә лә таратырға ниәтләйҙәр.
«Геройҙар ваҡыты» федераль проекты өлгөһөнә эйәреп, республикабыҙҙа «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы эшләй башланы. Ошо программаға ярашлы МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан төрлө кимәлдәге предприятиеларҙа, ойошмаларҙа, власть органдарында эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләйәсәктәр. Тәүге аҙнала уҡ меңгә яҡын кеше ҡатнашырға теләк белдереп ғариза биргән. Был проекттың ихтыяжлы булыуы хаҡында һөйләй. Радий Хәбиров беренселәрҙән булып хәрби бурыстарын үтәү барышында уңыш ҡаҙанған МХО яугирҙәрен яуаплы вазифаларға тәғәйенләй башланы һәм киләсәктә лә быны эшләүен дауам итәсәген белдерҙе. Ул шәхсән үҙе программала ҡатнашыусы бер нисә егеттең остазы буласаҡ һәм уларҙы дәүләт идаралығы нескәлектәренә өйрәтәсәк.
Алексей Мухин, федераль эксперт:
- Төрлө сара үткәреү өсөн төп йөкләмә һәм яуаплылыҡ Рәсәй төбәктәренең иңенә төшә.
Башҡортостандың тәжрибәһен өйрәнеп, республикала мобилизацияланғандарҙы һәм контрактсыларҙы гуманитар ярҙам менән тәьмин итеүҙең үҙ инфраструктураһын төҙөй алыуын билдәләп үткем килә.
Луганск Халыҡ Республикаһында фронттың бөтә йүнәлештәрендә лә Башҡортостанда тыуғандарҙы гуманитар ярҙам менән тәьмин итеү буйынса логистик үҙәк эшләй.
Башҡортостан Республикаһы 2022 йылда гуманитар конвой ебәргән тәүге төбәк булды, республика поликлиникаларынан бер нисә табип бригадаһы килде һәм хатта тештәрҙе дауалау өсөн автономлы стоматология модуле ебәрелде.
Шифаханаларҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү инфраструктураһы һәм хужалыҡ-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү булдырылды.
Рәфилә БИКЙӘНОВА, ирекмән:
-Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренән алып, предприятие, ойошма, йәмғиәт һәм шәхси кешеләр ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылды. Меңәрләгән рәсәйле ярҙам итеү өсөн берләште. Яуҙағыларҙы кейем-һалым менән тәьмин итеүҙәренә ҡарамаҫтан, уларға көнкүреш кәрәк-яраҡтары, шәхси гигиена әйберҙәре, байрамдарға йортта әҙерләнгән тәмлекәстәр ебәреү менән генә түгел, фронтта ҙур ҡиммәткә әүерелгән йылы һүҙ менән дә ярҙам итеү ҙә халыҡты бергә тупланы һәм берләштерҙе.
Беҙ “Көмөш ирекмәндәр” хәрәкәте ағзалары менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ. Ял һәм байрам көндәренә ҡарамай, иртәнән кискә тиклем үҙ көсө менән егеттәргә ярҙам иткән яҡташтарыбыҙҙың тырышлығына һоҡланмай мөмкин түгел. Ауылдарҙа маскировкалау селтәрҙәре үреү пункттары хәрби операция башланғас та булдырылды. Район-ҡалала бөгөн был хәрәкәт 12 урында ойошторолған. “Маҡсатыбыҙ - яҡташтарға ярҙам итеү, улар хәрби бурысын һөҙәмтәле үтәһен өсөн шарттар булдырыу. Беҙгә ауыл биләмәләренән фронтҡа аҙыҡ-түлек, башҡорт балы, ҡайнатма, йәшелсә, бәйләнгән һәм һатып алынған ойоҡбаш, бейәләй, эске кейем, йылы кофталар, киптерелгән туҡмас, ҡорот, быҡтырылған ит һәм башҡа төрлө ярҙам даими оҙатыла. Күптәр окоп шәмдәре, йылы юрған, мендәрҙәр менән тәьмин итә. Көндәр һыуыҡтҡас генератор, тимер мейес кәрәклеге тураһында хәбәр алыу менән уларҙы ла килтерҙеләр. Гуманитар йөк шул тиклем тиҙ йыйыла, аҙнаға бер нисә тапҡыр оҙатабыҙ”, -тине ирекмәндәр бер тауыштан. Өлөшләтә мобилизация, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандарҙың ғаилә ағзалары ла был изге эштән ситтә ҡалмай. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡысылары атай-ағайҙарына тулҡынландырғыс хаттар яҙа, һүрәт төшөрә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һалдаттар тап ошо бүләктәрҙе ҡәҙерләп һаҡлауҙары, уларҙа тыуған йорт йылыһы, ғаилә бөтөнлөгө сағылыуын белдерә.
Йыл аҙағында социаль селтәрҙәрҙә яргирҙәрҙең кәмә, тын тултырылған матрастар һораған мөрәжәғәтен күптәр уҡығандыр. Йөҙөү сараһы ғына түгел, яралыларҙы ташыу өсөн ҡулланыу уңайлы икәнлеген белгәс, ҡыҫҡа ваҡытта мәләүездәр 300-гә яҡын ошондай ҡорамал килтергән! Бына шулай берҙәм булғанда беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ!
“Меңәр саҡырым алыҫлыҡта һинең өсөн борсолоуҙарын һәм һиңә ышаныуҙарын аңлау, ниндәй милләт вәкиле булыуыбыҙға, ҡайҙа йәшәүебеҙгә ҡарамай тылдан посылка һәм гуманитар ярҙам килтерелеүе халҡым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята,- ти “Сыуаш” ҡушаматлы һалдат. – Алдынғы һыҙыҡта булғанда тыуған яҡ еҫе һеңгән әйберҙәр йылы тойғо уята. Унда шоколад, кәнфиттәр шул тиклем тәмле тойола”, - ти ул. Улар кәйефте генә түгел, рухыбыҙҙы ла нығыта”.
Яугирҙәргә ярҙам итеүселәр, ирекмәндәр хәрәкәте тураһында һөйләгәндә унда ҡатнашҡандарҙың социаль хәлен һәм йәш төркөмөн айырып күрһәтеү ҡыйын. Уҡыусы, студент, эшсе, депутат һәм етәксе, хаҡлы ялдағы йәки яугир үҙе булһынмы - маҡсаттары бер уларҙың: дошманды еңеү!
Автор:Лена Абдрахманова.