Шундай эшҡыуарлыҡ сәғәттәренең береһендә Ҡырмыҫҡалы ауылынан Баязитовтарҙың хәләл кафе асыу проекты ҡаралды. Проект инициаторы Айгөл Баязитова кафела мейес өсөн махсус ҡоролмалар һатып алыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
- Быға тиклем тормош иптәшем менән Рафиҡов урамында яңы төҙөлгән бинала арендаға бүлмә алып, “Хәләл” магазины асҡан инек. Унда килгән халыҡ мейестә бешерелгән йылы ризыҡтар һатып алырға теләктәрен белдерҙе. Уларҙың һорауын иҫәпкә алып, кафе эсендә бер мөйөштө бүлеп алып, өсбосмаҡ, ваҡ бәлеш, ҡыҫтыбый һәм башҡа тәмлекәстәр бешерергә ҡарар иттек.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә” бизнес-планды яҡлап сыҡҡандан һуң адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса финанс ярҙам алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн документтар тапшырҙыҡ, - ти Айгөл Рәсүл ҡыҙы.
Баязитовтар эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 350 мең һум күләмендә субсидия алып, теләктәрен бойомға ашырҙы ла инде. Хәҙер улар район халҡын яңы бешкән хәләл ризыҡтар менән һыйлай.
Ошондай тәүәккәл, уңған эшҡыуарҙар йүнселдәргә юл асыҡ, тигән әйтемде иҫбатлай.
Районда эшҡыуарлыҡ өлкәһе үҫешә һәм һәр кемгә үҙ эшен асы мөмкинлеге бирә. Ярҙам сараларын тураһында ентекле мәғлүмәт алыу өсөн Ҡырмыҫҡалы ауылы, Киров урамы, 40-сы йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итегеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.