Һәр ҡалала белем биреү программаһы ике көн дауам итә. Тәүге көндә – портфолио-ревю, икенсе көндә оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Фото төшөрөү оҫталары ижад йүнәлешен нисек билдәләргә, иң ҡулайлы техника йыйылмаһын һайлап алырға, съемкаға әҙерләнергә, фотолар араһынан иң яҡшыларын һайлап алырға өйрәтә. “Иң матур ил» конкурсында еңеү алып килер кадрҙы нисек табырға икәндең сере менән дә уртаҡлаша. Әйткәндәй, еңеүсе 250 мең һумлыҡ аҡсалата бүләккә лайыҡ була.
Портфолио-ревю һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу бушлай. Тик алдан теркәлеү мотлаҡ. Ойоштороусылар портфолио-ревюға бирелгән ғаризалар араһында алдан һайлап алыу үткәрергә хоҡуҡлы. Оҫталыҡ дәрестәренә һәм портфолио-ревюға (Өфө, Калининград, Пермь) теркәлеү өсөн сайт: https://photo-rgo.timepad.ru/events/
Белешмә. “Иң матур ил” фотоконкурсы Рәсәйҙең ҡырағай тәбиғәтенә һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәткә арналған. Унда профессионалдар һәм һәүәҫкәрҙәр ҡатнаша ала. Йәш һәм йәшәү урыны буйынса сикләү юҡ. Төп шарт шундай – фотолар Рәсәйҙә төшөрөлгән булырға тейеш. 16 йәшкәсә фотографтар өсөн «Иң матур ил – балалар күҙлегенән» тигән айырым конкурс уҙғарыла. Эштәр 31 мартҡа тиклем ошо сайттар аша: photo.rgo.ru и photo-children.rgo.ru.ҡабул ителә.
Фотолар – Рус география йәмғиәтенән. Георгий Полицарнов, Антон Уницын, Сергей Семенов фотолары.