Уҙған аҙнала муниципаль районы хакимиәтенең наркотиктарға ҡаршы комиссияһының быйылғы йылдағы тәүге ултырышы үтте. Уны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева алып барҙы.
Район гәзиттәре мөхәррирҙәре һәм урындағы телевидение киң мәғлүмәт сараларында ошо темаға арналған мәҡәләләр, мәғлүмәттәр һәм тапшырыуҙар тураһында сығыш яһаны.
- Гәзит биттәрендә һәм сайттарҙа насар ғәҙәттәргә ҡаршы көрәш, айыҡ һәм сәләмәт тормошто, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалаусы мәҡәләләр даими баҫылып тора. “Үлем менән ҡайҙа һатҡандарын хәбәр ит”, “Мәк”, “Үҫмер” акциялары тураһында анонстар бирәбеҙ. Халыҡты сәләмәт тормош рәүешенә өндәгән һәм спорт саралары, йәштәрҙең мауығыуҙары тураһында ла баҫылып тора, - тип һөйләне Ҡырмыҫҡалы мәғлүмәт үҙәге директоры Әлфиә Әхмәҙуллина.
Район эске эштәр министрлығының Илдар Бәҙретдинов 2024 йыл дауамында районда наркоманияға бәйле хәлдәр һәм наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы башҡарылған саралар хаҡында һөйләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда наркотиктар ҡулланыусылар һаны кәмемәй, киреһенсә, уларҙың йәше йылдан-йыл йәшәрә, тип билдәләне. Ул шулай уҡ районда ҙур күләмдә наркотик матдәләр табылыуы хаҡында ла әйтеп үтте.
Үҙәк район дауаханаһының табип-наркологы Илһөйәр Ғизәтуллина хроник алкоголизм һәм алкоголик психоз кеүек наркологик сирҙәр менән яфаланыусылар динамикаһына анализ яһаны. Ул шулай уҡ райондағы эскелек арҡаһында килеп сыҡҡан күңелһеҙ хәлдәрҙе билдәләп үтте.
Мәғариф учреждениеларында өлкән синыф уҡыусылары араһында наркотик һәм психотроп матдәләрҙе законһыҙ ҡулланыуҙы иртәрәк асыҡлау маҡсатында үткәрелгән ирекле медицина тесының һөҙөмтәләре хаҡында сығыш яһаны һәм белем биреү ойошмаларында наркологик постарҙың эшмәкәрлеге, наркотиктарға һәм алкоголгә ҡаршы алып барылған саралар менән дә таныштырҙы.
Бөгөнгө көндә “Айыҡ ауыл” бәйгеһе сиктәрендә алкоголизмға ҡаршы күләмле саралар алып барылыуы хаҡында Һәүәләй ауыл Советы хакимиәте башлығы Тимур Ғәләүетдинов сығыш яһаны. Ул Ибраһим ауылында магазинда иҫерткес эсемлектәр һатҡан бер магазин да булмауы хаҡында белдерҙе.
- Һәүәләй ауыл биләмәһендә законһыҙ хәмер һатыусылар менән көрәш дауам итә. Һуңғы тапҡыр Ибраһим ауылында уҙғарылған рейдта 4 литр законһыҙ араҡы тартып алынған. Хәҙерге ваҡытта закон боҙоусыларға ҡарата тикшереү эштәре алып барыла.
Ҡатын-ҡыҙҙар эскелегенә ҡаршы етди көрәш алымдары ҡулланыла. Уларҙы реабилитациялау, тулы ҡанлы тормошҡа ҡайтарыу өсөн белгестәр бар көсөн һала, - тип һөйләне Тимур Азат улы.
Комиссия ултырышы эшен йомғаҡлап, Гөлнара Иҫәнбаева бәлиғ булмағандарҙың тәмәке тартыуына юл ҡуймау һәм туҡтатыу, йәштәр мөхитендә наркоманияны һәм эскелекте профилактикалауға йүнәлтелгән эште әүҙемләштереү, үҫеп килеүсе быуынды файҙалы шөғөлдәр менән мәшғүл итеү, спорт, ял, профилактика сараларына ылыҡтырыу, донъяға сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән ыңғай ҡараш тәрбиәләү эштәре алып барыуҙың уғата мөһимлегенә баҫым яһаны. Һәм был эш тик ҡағыҙҙа ғына ҡалмай, ыңғай һөҙөмтә бирергә тейешлеген дә билдәләне ул.
Гөлсәсәк Аласова.