Был осрашыуҙы редакция хеҙмәткәрҙәре йыл да көтөп ала. Шулай булмай ни, сөнки инде туғандарға әйләнгән ижади дуҫтарыбыҙ менән күрешеү һәм йәнле аралашыу үҙе бер ғүмер бит! Баҫмабыҙ аша һәм редакциялағы осрашыуҙа танышып, бер-береһен инде күп йылдар белгән иң әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙ үҙҙәре лә был ҡыуаныслы осрашыу көнөн көтөп тора.
“Даирә” гәзите редакцияһының баш мөхәррире Гөлсәсәк Аласова уҙған йылға йомғаҡ яһаны һәм быйылғы йылға фекерҙәрен әйтеп, пландар менән бүлеште. Ул осрашыуға килеүселәрҙе гәзит менән хеҙмәттәшлек итеп торғандары, уны йөкмәткеле һәм уҡымлы итеүҙә ярҙамдары, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, үҙ өлөштәрен индергәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Гөлсәсәк Сәлих ҡыҙы гәзитебеҙ ойошторған бәйгеләрҙә кескәй дуҫтарыбыҙҙың да ситтә ҡалмауын билдәләп үтте. Уларҙың “Даирә”нең интернет битләүендә өлкәндәр менән бер рәттән туған телдә матур итеп шиғыр һөйләүҙәренә, уҡыусыларҙың да гәзит биттәрендә үҙҙәре яҙған шиғырҙары баҫылыуына ҡыуаныс белдерҙе. Ул төрлө бәйгеләрҙә еңеүселәрҙең һәр береһенә “Даирә”нең дипломдарын, Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.
Артабан ижади дуҫтарыбыҙ менән йәнле һөйләшеү булды, ысын мәғәнәһендә ижади сара үтте. Эйе, шағирҙар йыйылған ерҙә шиғырҙар уҡылмай буламы ни?! Лауреаттарыбыҙ, конкурстанттарыбыҙ төрлө темаларға арнап яҙылған шиғырҙарын уҡыны. Мәҫәлән, Мәрүәр Ишморатова (Яңы Бишауыл ауылы) тәбиғәт, мөхәббәт, Әлиә Рәхимова (Яңы Ҡыйышҡы) ғаилә, Зөлфиә Әсфәндийәрова (Үтәгән ауылы) әсә, Фирүзә Абдуллина (Иҫке Бәпес ауылы) ғүмер, тормош, тыныслыҡ, Сажиҙә Әхмәҙиева (Ибраһим ауылы) ҡарлыҡ, бүләк, Динә Мөлҡаманова (Бишауыл-Уңғар ауылы) йәшлек, ҡартлыҡ, ғүмер хаҡында шиғырҙар уҡыны. Һәр шағир, яҙыусы үҙ дәүере тураһында яҙа. Әле барған хәл-ваҡиғаларға ла улар битараф ҡала алмай. Шулай Фирүзә Абдуллина, Зөлфиә Әсфәндийәрова, Әлиә Рәхимова, Сажиҙә Әхмәҙиева махсус хәрби операция хаҡында яҙылған күңелдәрҙе тетрәндергән шиғырҙарын тәҡдим иттеләр. Мөкәй мәктәбе уҡытыусыһы Фәниә Ишҡарина уҡыусыларының яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Әйткәндәй, был көндө уҡыусыларына туған телебеҙҙең ҡәҙерен белеп, әҙәби мираҫты һаҡлауҙа өлөш индергәне, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгәне, ижади эшкә йәлеп иткәне өсөн Фәниә Ҡасим ҡыҙына Рәхмәт хаты тапшырылды. Ошондай уҡ Рәхмәт хатына Ефремкин мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Юлдашбаева ла лайыҡ булды.
Сара артабан өҫтәл артында йәнле һөйләшеү, шиғырҙар менән дауам итте.
Вставка
Рим Исхаҡов:
- Беҙҙең район гәзите - башланып киткән ваҡытынан һәр кешенең көтөп алған гәзите. Ошо традицияларҙы шатлыҡҡа күрә беҙҙең “Даирә” гәзите лә бик уңышлы дауам итә. Күләме яғынан өлкә гәзиттәренән ҡалышһа ла, ошо аҙ ғына күләмде лә бик оҫта итеп файҙаланыусы редакция хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт. Беҙ үҙебеҙҙең гәзиттә ауыл хужалығы, мәҙәниәт, мәғариф өлкәһе һәм дин яғынан да мәғлүмәттәр таба алабыҙ. Шулай уҡ әҙәбиәтте яратыусылар өсөн хикәйәләр, повестар тәҡдим ителә. Шулай уҡ ошо кескәй генә урынды республика яңылыҡтарына, мәғлүмәттәренә урын бирә алыу ҙа бик тә ихтирамлы. Беҙҙең гәзитебеҙ - уңышлы матбуғат сараларының береһе булып тора. Ошо 700-ҙән артыҡ яҙылған кешеләрҙең һәр береһе уға ғашиҡ, көтөп алалар. Беҙ үҙебеҙ ҙә кесаҙна етһә, “Даирә”не көтөп торабыҙ. Гәзиттең тотҡалары, һеҙҙән башҡа матбуғат саралары эшләй алмай. Һәр ваҡытта ла ошо эштә Хоҙай Тәғәлә ижади уңыштар юлдаш итһен, әүҙем, иҫән-һау, донъялар имен булһын. Яңынан-яңы мәҡәләләр килеп торһон, яуып торһон.
Миңзәлә Язғарова:
- Бер ҙә уйламағанда Фирүзә Абдуллина, Рим Исхаҡов, Фәнзилә Байымова кеүек хөрмәткә лайыҡлы кешеләр менән бер рәттән “Йыл лауреаты” булдым. Саҡырылыусылар араһында дүрт ауылдаш инек: класташым Мәүлиҙә Тажетдинова, икенсе класташымдың әсәһе Гәүһәр апай Моталлапова, Зөлфиә еңгәй Әсфәндийәрова. Үҙемдең уҡытыусым Әлиә Рәхимованы ла күреп ҡыуандым. Шундай кешеләр менән күрешеү форсаты биргәнегеҙ өсөн рәхмәтлемен. Иң нығы Сажиҙә Әхмәҙиеваның яттан үҙенең йөкмәткеле лә, ҡыҙыҡлы ла шиғырҙарын шундай матур итеп һөйләүе һәм тағы ла бер тапҡыр Фирүзә Абдуллинаның тәрән мәғәнәле нимәләрҙе шиғырҙарында ябай һәм оҫта итеп бирә алыуы һоҡландырҙы. Тәрән мәғәнәле шиғырҙар ижад итеүсе, танылыу яулаған шағирә менән яҡындан танышыу бәхете тейҙе.