Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бүздәк районы буйынса бүлегенә мутлашыу тураһында ғариза менән 65 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ҡатын хәбәр итеүенсә, мессенджерҙарҙың береһендә уға "электр энергияһы менән тәьмин итеү компанияһы хеҙмәткәренән" шылтыратыу килгән. Ялған хеҙмәткәр оҫтаның килеү ваҡытын билдәләргә кәрәклеге тураһында хәбәр итә һәм смартфонға килгән смс-кодты әйтеүен һорай. Ғариза биреүсе әңгәмәсенең күрһәтмәләренә буйһона. Һуңғараҡ енәйәтселәрҙең уның шәхси мәғлүмәттәренә эйә булыуы асыҡлана. Ошо турала шылтыратып хәбәр иткән "банк хеҙмәткәре" билдәһеҙ кешеләрҙең кредит алыу өсөн ғариза ебәргәнен һәм быға юл ҡуймаҫ өсөн "ҡаршы" ғариза яҙырға, аҡсаны алып, "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә ҡуша. Муттарҙың күрһәтмәһе буйынса зыян күреүсе билдәләнмәгән иҫәптәргә 2,5 миллион һум самаһы аҡса күсерә.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе 74 йәшлек пенсионер ҡатынға билдәһеҙ ир шылтырата. Ул үҙен электр счетчиктарын алмаштырыусы хеҙмәткәр тип таныштыра. Һөҙөмтәлә уның менән һөйләшеү пенсионерға бик ҡиммәткә төшкән - аферистарға 1,5 миллион һум самаһы шәхси аҡсаһын биргән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: уяу булығыҙ. Әгәр һеҙгә законһыҙ операция тураһында шикле шылтыратыу килһә, әңгәмәне туҡтатырға кәңәш ителә. Аҡсаларығыҙҙы хәүефһеҙ иҫәпкә күсереп тормағыҙ, таныш булмаған кешеләргә үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һәм смс-хәбәрҙәрҙән алған кодтарығыҙҙы телефон аша һөйләмәгеҙ. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan.