Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
3 Февраль 2025, 07:08

Теләктәре тормошҡа ашһын!

Прибельский ауыл Советы ауыл биләмәһенең Һарт-Науруз ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашырға ҡарар итте.

Теләктәре тормошҡа ашһын!Теләктәре тормошҡа ашһын!
Теләктәре тормошҡа ашһын!

Йыйылышты БР Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Наталья Анатольевна Суркова асты. Йыйылыусылар йыйылыштың рәйесен һәм секретарын, шулай уҡ отчет комиссияһын һайланылар.
- Һарт-Науруз ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу инициативаһы менән сыҡты. Программа биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлдерелгән проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға республика бюджетынан конкурс нигеҙендә субсидиялар биреүҙе күҙ уңында тота, - тине Наталья Анатольевна.
Йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыштан “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу өсөн тауыш бирҙеләр һәм күпселек тауыш менән “Һарт-Науруз ауылы зыяраты ҡоймаларын алыштырыу” проектын һайланылар. Проектның дөйөм хаҡы 965 712,18 һум тәшкил итә. Республика бюджетыннн 666 000 һум алыу планлаштырыла. Еңгән осраҡта, халыҡтан уның 15 проценты күләмендә аҡса йыясаҡтар. Иғәнәселәр ҙә ярҙам итәсәк.
Йыйылышта Рәмзил Сәйфетдинов, Зифа Сәйфетдинова, Рәмилә Мортазина, Әмир Әрҙәширов, Рәлиф Рәкимов, Наил Рауилов, Айгөл Ҡотлоярова, Гөлнара Әрҙәширова, Әлиә Ҡотлоева, Әлиә Ҡотлоярованан торған инициатив төркөм һайланды.
Шулай уҡ артып ҡалган осраҡта, аҡсаны сүп контейнеры һатып алыуға һәм урынлаштырыуға тотонорға, тигән ҡарарға килделәр.
Мария ИВАНОВА.

Автор:
Читайте нас