Аслыҡ, өшөү, һәр кешегә тәғәйенләнгән икмәк карточкалары... – былар Ленинградта йәшәүсе халыҡ өлөшөнә төшкән блокада һынауҙары. Һәр көндө немец пуляларынан һәм үҙәккә үткән аслыҡтан, һалҡындан кешеләрҙең ғүмере өҙөлә.
Блокада башланғанда ҡалала ҡамауҙа оҙайлы ваҡытҡа етерлек аҙыҡ-түлек һәм яғыулыҡ булмай. Ленинград менән берҙән-бер бәйләнеш юлы булып Ладога күле аша һалынған маршрут тора. Ул дошмандың артиллерияһы, авиацияһы һәм хәрби-диңгеҙ көстәре һөжүме аҫтында тора. Индерелгән аҙыҡ-түлек ҡала халҡы ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек күләмдә булмай.
Ошо дәһшәтле осорҙоң шаһиты – Ленинград ҡалаһынан эвакуацияланып килгән Анна Яковлева (Елисеева) Үрге Төкөн ауылында йәшәне. Уны үргетөкөнлөләр Нүркә тип кенә йөрөттө. Ул – Ленинград ҡалаһында тыуып үҫеп, йәшәгән еренән айырылған, ҡурҡыныс кисергән блокадница ине. Йәш быуын уның менән аралашып өлгөрмәһә лә, яҙмышы тураһында белә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Ленинград ҡалаһында тыуған Анна Герасимовна балалар баҡсаһында мөдир булып эшләй. Халыҡты эвакуациялау башланғас, тәүгеләрҙән булып балаларҙы илдең төрлө төбәктәренә -Үҙәк Рәсәй, Себер, Кавказ һәм Урта Азия тарафтарына оҙаталар. Ошо сит ерҙәр ғәзиз ергә әйләнә. Улар бөтөнләй сит кешеләрҙең яҡын кешеһенә әйләнеп, ауырлыҡтарҙы бергә үтеп, иҫән ҡалырға ярҙам иткәндәргә рәхмәтле була.
1911 йылғы Анна Яковлева ла балалар менән бергә Башҡортостанға ебәрелә. “Алтындарым күп ине, уларҙы ҡайтып ала ла алмай ҡалдым. Ҡапыл эш урынынан алып киттеләр”, -тип уның һөйләгәндәрен иҫкә алды Зифа Көҫәпҡолова.
Анна Герасимовна тәүҙә Ғафури районының Ҡормантау ауылында йәшәй, аҙаҡ яҙмыш ҡушыуы буйынса Түбәнге Төкөндә үҫкән рус егете Александрға кейәүгә сығып, Үрге Төкөн ауылына күсеп киләләр. Ире башҡорт телен яҡшы белһә, ҡатын да телде өйрәнеп, кешеләр менән башҡортса аралаша. Был ғаилә үҙҙәренең диндәрендә булып, башҡорттарҙың диндәрен ихтирам итеп ауылдаштары менән татыу йәшәй. “Нүркә әбейебеҙ изге күңелле лә, шаян да, йомарт та ине. Үҙҙәренең дини байрамында беҙгә буялған йомортҡалар, кәнфиттәр, печеньелар индереп бирә ине. Бына ошолар бала сағымдың иң матур хәтирәһе булып ҡалған”, -ти күрше булып йәшәгән Гөлнара Иҫәнғолова.
Ҡатын башҡалар менән бергә төрлө эштәргә йөрөй. “Апайҙар менән беҙ ҙә үҫмер саҡтан колхоздағы төрлө эштәргә йөрөнөк. Йөк машинаһының башында беҙҙең менән бергә Нүркә әбей ҙә бесән йыйырға йөрөнө. Юлда беҙ йырлағанда ул күҙ йәштәренә күмелеп илай торғайны. Ул моғайын тыуған ерен һағынып илағандыр”, -тип һөйләне әлеге көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Рәйфә Ғәлиәкбәрова.
Артабан пенсия йәше алдынан Анна Герасимовнаны йәйҙәрен сөгөлдөрсөләр өсөн эшләгән “йәсле”гә йыл һайын мөдир итеп ҡуялар, шулай уҡ балалар тәрбиәләүсе лә була. “Балаларҙы бик яратты, уларға төрлө уйындар уйнатты. Һауынсы балаларына унда йөрөргә ярамай ине. Шулай булһа ла тиҫтерҙәребеҙ менән уйнау өсөн барһаҡ, Нүркә әбей беҙҙе ҡыуманы. Ул беҙгә ҙур ғына туҫтаҡ менән сәй эсерә ине. Шул сәй шул тиклем тәмле тойола торғайны, әле булһа ла тәме телемдә кеүек”, -тип хәтирәләргә бирелде Фирҙәүсә Көҫәпҡолова.
Анна Яковлеваның иренең бер туған һеңлеһе менән дә күрешергә тура килде. Ул да еңгәһен йылы иҫтәлектәр менән хәтергә алды. “Бик һәйбәт кеше ине. Үҙенең балаһы булмаһа ла, кескәйҙәрҙе яратты. Бәләкәй сағымда миңә тиҙ генә күлдәк йә сарафан тегеп бирә торғайны... Еңгәм ғүмер буйы Ленинградты һағынып йәшәне. Тик ниңәлер ҡунаҡҡа ғына булһа ла, Ленинградҡа барыуҙан ҡырҡа баш тартты. Санька ағайым яҡты донъянан иртәрәк китте. Ә беҙ еңгәбеҙгә яҡын туған итеп ҡайтып йөрөнөк, ихлас күңелдән аралаштыҡ һәм ярҙамлаштыҡ. Уны бик һағынам. Бына әле Өфөгә барып килгәнемдә фатирымдан еңгәмдең паспортын түш кеҫәмә һалып алғайным. Ошо паспорты минең менән бергә булғанда үҙе лә эргәмдә кеүек”, -тип күҙ йәштәренә ирек бирҙе Валентина Игнатьевна.
Нүркә әбейҙе ауылдаштары ихтирам итә. Уларға һуңғы үтенесен – Үрге Төкөн ауылы зыяратында ерләнергә теләүен әйтеп ҡалдыра. Тыуған яғын бик һағынһа ла, был ергә берегеп, оҙон ғүмер кисерә һәм ошонда был донъя менән хушлаша. Ауылдаштары уның үтенесен тыңлай, тик зыярат кәртәһенең ситендәрәк ерләйҙәр. Йылдар уҙыу менән кәртәләр алышына, һәм Нүркә әбейҙең ҡәбере инде зыярат эсендә. Уны белгәндәр ҡәбер эргәһенә килеп иҫкә төшөрәләр...
Күпме быуындар алмашынһа ла, тарих онотолмай, Ленинград блокадаһы тарихы ла халҡыбыҙ йөрәгендә буласаҡ.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотолары.