Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
27 Ғинуар 2025, 07:39

Әсәйем ойоҡтары

Мәрхүмә әсәйем ғүмере буйына аяғынан йөн ойоғон һалманы. Элек кеше йөн ойоҡ бәйләп кейә ине бит.Йылтырап торған ҡыҙыл эсле калуш белән ап-аҡ йөн ойоғон кейеп магазинға сығып китер ҙә, бер сумка тәм-том күтәреп ҡайтып инер ине. “Сәриә ҡарсыҡтың ойоғома күҙе ҡыҙҙы, бәйләп бирергә булыр”, – ти ине.

Әсәйем ойоҡтарыӘсәйем ойоҡтары
Әсәйем ойоҡтары

Һарыҡ йөндәрен алғанда уҡ бына был урыны бәйләргә шәп, тип һөйөнә-һөйөнә айырым алып ҡуя торғайны.
Һораусыларға ла йөн ойоҡтар, бейәләйҙәр бәйләп бирҙе. Йыл әйләнәһенә бәйләне ул. Эҫе йәй көндәрендә дә йөн тетеп, йөн иләп ултырыр ине мәрхүмкәйем. Кеше килеп ингәндә иҙәндә йөн киҫәктәре туҙышып ятһа, оялып китәм инем.
“Әсәй, ташла инде, хәҙер йөн ойоҡ кеймәйҙәр бит”, – ти торған инем. Үпкәләгән кеүек кенә күҙҙәрен йомоп ҡуйыр ине лә, ишек алдын әйләнеп инеп, яңынан йөн иләргә ултырыр, йә бәйләүен дауам итер ине. “Үҙем иҫән саҡта бәйләйем әле, мин киткәс кем бәйләп кейҙерер”, – ти торған ине. Ярай инде, тик ултырғансы үҙенә күрә бер шөғөл бит тип уйлайым.
Утыҙ пар йөн ойоғо бар идне бер һанағанда. Тпочкиҙарҙың иҫәбе юҡ. Ҡыҙыу йәйҙә шул бәйләгән әйберҙәрен ҡойма башына теҙеп елләтеп ала ине. Эй, кем кейә инде быларҙы, тип уйлай инем. Әсәйемдең үлгәненә быйыл бына ун бер йыл булды. Бары бер пар ойоғо ҡалды. Барыһын да үҙем кейҙем. Ҡулыма тотҡан һайын әсәйемде һағынып илайым. Ҡәҙерлемдең күңел йылыһы, ҡул йылыһы, күҙ нурҙары һалып ҡалдырған берҙән-бер иҫтәлеге.

Элегерәк улай уйланылмаған, туҙған береһен ташлап барғанмын. Һуңғы пар носкиҙы ҡулға алғас кейергә ҡыҙғанып, мендәр аҫтына һалып ҡуйҙым. Ҡышҡы һалҡындарҙа аяҡ бик ныҡ өшөгәндә кейеп йоҡлайым. Әсәй иҫтәлеге бик ҡәҙерле була икән шул. Беҙ үҫкәндә өйөбөҙҙә һары-йәшелле сәскәле тышлы ҙур яҫтыҡ бар ине.
Шул яҫтыҡты бик ҡәҙерләп йөрөтә ине әсәйем. “Әсәйем иҫтәлеге ул, атайығыҙға кейәүгә сыҡҡанда икәү бергә тултырҙыҡ. Мине ҡыҙғаныуҙан эре-эре йәштәре мендәр өҫтөнә тамып тора ине бәғеркәйемдең”, – тип һөйләй ине өләсәйемде иҫкә алып. Һөйләгәнен онотҡанғалыр күрәһең, ҡабат-ҡабат һөйләр ине.
Носки тигәндән, әсәйемдең вафатын бик ауыр кисерҙем, эшемде үҙгәртергә тура килде. Яңы эшкә урынлашып, хеҙмәт хаҡы алғансы аҡсаһыҙ ултырған көндәрҙә әсәйемде төшөмдә күрҙем. Ап-аҡ күпереп торған йөн носки бирҙе ҡулыма. Үҙе бер һүҙ ҙә өндәшмәй.
Минән риза булыуылыр тип уйланым. Әруахтар әйбер бирһә яҡшы тиҙәр бит. Мин дә шулай уйланым. Шул төштө күргәндән һуң өсөнсө көнгә ауылдаш апай килеп инде. Әсәйеңә бер пар носкиға аҡса бирәсәгем ҡалған ине. Иҫән саҡта бирә алмай ҡалдым, һиңә тапшырайым әле, ти. Әсәйҙәр әхирәткә күскәс тә ҡайғырта икән балаларын. Бына шундай хәтирәләр ҡуҙғалды әле. Иҫән саҡтарында әсәйҙәребеҙгә күберәк иғтибар күрһәтәйек, тигән уйҙа гәзиткә яҙып ебәрергә булдым.
Илмира Ғәзизйәнова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас