Бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып булмай, әлбиттә, әммә 80% тап шундай. Түрбаш тирәһенән китешмәй, эйәреп йөрөп талашып, һәр һүҙгә үсегеп, аҙналар буйы һөйләшмәй, ҡатын-ҡыҙҙан беренсе аҙым көткән ир-егеттәргә ҡарайым да, ҡайһы ерҙә кешелек тура юлдан ситкә тайпылды һуң тигән һорау тыуа башта.
40 йәшкә тиклемгеләр араһында ысын ир-егетте көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табырмын тимә. Тағы ла ҡабатлап әйтәм, бар улар, тик бармаҡ менән һанарлыҡ. Ә купселеге һуң ауыр эш күрмәй, бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙа, әҙерҙе ашап, тәүлек әйләнәһенә телефон тотоп телевизор төбөндә ята. Шулай түгелме? Ярай ҙа тыныс ҡына ятһа. Әле береһе менән телефон аша сәғәттәр буйы ләпелдәй, әле икенсеһе менән. Смс яҙып мөнәсәбәттәрен асыҡлай. Әлбиттә, күҙгә тура ҡарап әйтеү түгел бит. Телефон аша герой булыу ҡыйынмы ни?
Бөтә уңышһыҙлыҡтарын ҡатын-ҡыҙға япһарырға әҙерҙәр. Ирҙәр үҙ ара күҙгә-күҙ ҡарашып мөнәсәбәт асыҡламай бит хәҙер. Тик ҡатындар менән булышып, миңә иғтибар етмәй, миңә ҡырын ҡараның, ҡаты өндәштең тип һәр һүҙҙән йөй эҙләп, оло ғауға сығарып, үсегеп, аҙағынан ҡатынын ғәйепләп, ишекте шарт ябып сығып киткәндәр өй һайын тиерлек. Боронғо ваҡыттарҙағы һымаҡ ағас йыҡмайҙар, утын бысмайҙар-ярмайҙар, ҡул менән һабан һөрмәйҙәр, бесән сапмайҙар, атҡа менеп яуға сапмайҙар, әммә мыжып ятырға йөҙ сәбәбен табалар! Ауыҙ тулы аш, өҫ бөтөн, арт аҫтында машина, йылы өй, ҡулда телефон һәм пульт. Шашыуҙың юғары нөктәһенә еттегеҙ түгелме?
Вахтовиктар инде күбеһе бигерәк килештереп ебәрә. Бер-ике ай эшләп ҡайталар ҙа, тиҙерәк ҡатынға ярҙам итәйем, мал-тыуарҙы тәрбиәләйем, балалар менән аралашайым тимәй, шешәгә йәбешәләр. Юҡ тимәгеҙ, бихисап ундайҙар. Аҙым һайын. Беҙҙең атай-олатайҙар колхоз-совхоз эшенән бушаған арала үҙ ғаиләһен дә ҡарап өлгөрҙө, әсәһенә, ҡәйнәһенә утын-бесәнен апарып ауҙарыр ине. Хәҙер ни әсәйҙәрҙең пенсияһынан өлөш сығырын көтә ирҙәр.
Машинаны ҡул менән йүнәтеү ҡайҙа ул? Сәғәттәр буйы сиратта торалар машина йыуҙырам тип. Бына ысынын әйтәм: кибеттәрҙә кем йөрөй ауыҙ эсенән ризаһыҙлыҡ белдереп мығырлап - ирҙәр йөрөй, кем сабырһыҙлыҡ күрһәтеп ҡысҡыра сираттарҙа - ирҙәр, юҡ-барҙан талаш сығарып, балаларға екеренеп, телефонын ташлап, үсегеп кем өйҙән сығып китә - ирҙәр, ғаиләлә ауырлыҡ килеп сығыу менән иң беренсе кем ҡойроҡто һыртҡа һала - ирҙәр. Эйе, дөрөҫө шул. Сабырһыҙ, мыжыҡ, көсһөҙ затҡа әйләндегеҙ. Ҡатын-ҡыҙ менән талаш-һуғышҡа шәпһегеҙ. Бына әле лә ҡатын-ҡыҙға япһарасаҡһығыҙ бөтә ғәйепте был яҙманы уҡып сыҡҡандан һуң.
Һуғыш тураһында китаптар уҡып, кинолар ҡарап алығыҙ, исмаһам, ысын-ир егеттәр ниндәй була икәнен аңларға. Атай-олатайҙарығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ, уларҙың яҡшы яҡтарынан үрнәк алығыҙ. Замана ауыр тип һылтау тапмағыҙ. Кешелек ниндәй генә һынауҙар үтмәгән, әммә ир ир булып ҡала белгән. Мыжыҡ ирҙәрҙе бөтәһен бергә йыйып, телефондарын тартып алып, баҫыуға һуҡа менән ер һөрөргә сығарып ебәрәһе ине)
Был авторға тик шундай ирҙәр генә осрай икән тип уйламағыҙ. Мин иремде ысын ир булған өсөн, атайыма, олатайҙарыма оҡшатып һайлағанмын. Ирлек - ҡатын-ҡыҙҙы һанға һуҡмай, үҙ һүҙеңде генә һүҙ итеүҙәме? Талашта һуңғы һүҙҙе мин алдым, көсһөҙ затты еңдем тип маһайыуҙамы?
Һәр яҡлап та килгән, уңған, ире була тороп та донъя йөгөн үҙе тартҡан, бала тәрбиәләүҙе һәм башҡа бихисап эштәрҙе үҙ елкәһенә һалған, әммә ғаиләһендәге ир заттарынан бер генә лә мөләйем сырай, асыҡ йөҙ, рәхмәт һүҙҙәре күрмәгән-ишетмәгән йөҙәрләгән бахыр ҡатын-ҡыҙҙы ысын күңелдән йәлләүҙән, ошо яҙманы уҡып, әҙерәк булһа ла уйланып, үҙ асылдарына ҡайтыу теләге уянмаҫмы икән ирҙәрҙә тигән өмөт менән яҙылды был пост.