Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
11 Ғинуар 2025, 12:17

Шундай ғаиләнең генә нигеҙе ныҡ була...

Ҡыҙҙарығыҙҙы әҙерәк кенә өйрәтегеҙ кешелекле булырға, әсәйҙәр.

Шундай ғаиләнең генә нигеҙе ныҡ була...Шундай ғаиләнең генә нигеҙе ныҡ була...
Шундай ғаиләнең генә нигеҙе ныҡ була...

Туғандарҙы айырып ҡарау ҡатын-ҡыҙҙарға хас. Үҙенекеләргә меңәрләп аҡса тығып, иренең туғандарына ҡалдыҡ-боҫтоҡ йә "Все по 49" тан бүләк алған ҡатындар юҡ тимәгеҙ. Ирҙәр күбеһе инде, дөрөҫөн әйткәндә, үгеҙ үлһә - ит, тип йәшәп ята. Әсәй тәрбиәһенән килә бит был да. Ҡыҙҙарығыҙҙы әҙерәк кенә өйрәтегеҙ кешелекле булырға, әсәйҙәр. Үҙ ғаиләмдән сығып әйтәм: баштан үҙ әсәйемә нимә алам, ҡәйнәмә лә шундай уҡ бүләк алам. Ирем атаһына нимәлер ала икән, мәҫәлән, йорт-ҡура тирәһендә берәй кәрәкле әйбер, минең атайыма ла бергә ала. Туғандарҙы берүк күреп хөрмәт итергә тырышабыҙ. Эскесеме, баймы, ярлымы - айырып ҡарау юҡ. Ҡунаҡтарға ла бергә саҡырабыҙ. Ике яҡ та бер туғандар кеүек татыу йәшәй шуға ла. Шул саҡта ғына ир менән ҡатын араһында ихтирам һәм мөхәббәт булыуы мөмкин. Шундай ғаиләнең генә нигеҙе ныҡ була.

https://vk.com/club158369328?w=wall-158369328_856

Автор:
Читайте нас