Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
28 Декабрь 2024, 04:23

Һәр ваҡыт ҡушыла

Һәр ваҡыт ҡушыла“Изге яҙылыу” акцияһына район ҡулланыусылар йәмғиәте етәксеһе Рәүис Хажиев һәм "Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты" етәксеһе Әлфирә Богданова ла ҡушылды. 

Һәр ваҡыт ҡушылаҺәр ваҡыт ҡушыла
Һәр ваҡыт ҡушыла

Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан биш яугирҙең ғаиләһенә 2025 йылдың беренсе ярты йыллығына район гәзиттәрен бүләк итте.
- Һәр саҡ ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоронда гәзит уҡыусы дуҫтарҙы гәзиттәргә яҙҙыртам. Был ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһынан да ситтә ҡала алманым, акцияны ихлас күңелдән ҡабул иттем. Был юлы Тыуған ил һағына баҫҡан батыр яугирҙәребеҙҙең ғаиләләрен район гәзиттәренә яҙҙыртым. Улар гәзиттәр аша районда барған сараларҙы уҡыясаҡ, яңылыҡтары менән танышасаҡ, үрнәкле яҡташтар хаҡында беләсәк. Тыныслығыбыҙ, именлегебеҙ өсөн көрәшкән батырҙарыбыҙҙың ғаиләләренә изге эш эшләүгә өлөш индереүем күңелем ҡушыуы буйынса, - ти Рәүис Әбүзәр улы.

Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас