Бар яҡлап та өлгөр
Матур, йомарт тәбиғәте, абруйлы кешеләре, уңған халҡы менән билдәле ауылым, һуңғы йылдарҙа икенсе һулыш алып, юғары кимәлдә үткәрелгән бик күп саралар ойоштороп, данын арттырҙы. Өсөнсө йыл шаулап-гөрләп уҙғарылған, республика күләменә күтәрелгән Ҡабаҡ байрамы ғына ни тора! Ә "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә ойошторолған байрамдарҙа булғандарҙың ғүмер буйына һағынып һөйләрлек хәтирәләр алғанына шик юҡ. Был, әлбиттә, үтәгәндәрҙең дөйөм тырышлығы менән яулаған хеҙмәт емеше. Тик уларҙы дәртләндереп, ҡеүәтләп торған, бөтә йөрәк менән янып, йылытып, яҡтыртып һәм башҡаларҙы ла яндырып, ышандырып, үҙе артынан эйәртеп йөрөгән кешеләр булмаһа, был уңыштарға өлгәшеүе еңел булмаҫ ине, моғайын. Шуларҙың береһе Дилара Ҡоҙайғолова.
Ул тыумышы менән Үтәгән ҡыҙы. Биш йәшендә генә әсәһен юғалтҡан ҡыҙ өсөн ауырлыҡтарҙы еңергә, ныҡышмалылыҡҡа, үҙ-үҙеңде яҡларға өйрәнеү мәктәбе булған Стәрлетамаҡ интернатында белем ала. Тырыш, тәртипле, яҡшы уҡыусыны староста, комсомол ойошмаһы сәркәтибе итеп һайлайҙар. Уны гел бишкә генә тамамлағас, тыуған районының Алайғыр ауылында балалар уҡыта, интернатта ике йыл педагогик класта уҡыуы, шулай уҡ психологияны өйрәнеүе, уға был эште еңел алып барырға ярҙам итә. Артабан ул Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡый. Яуаплы, әүҙем ҡыҙ ҡыҙыҡлы юғары уҡыу йорто тормошоноң уртаһында: комсорг та, студенттар советы рәйесе лә, студент төҙөлөш отряды командиры ла була. Ҡулына диплом алған йәш белгес Ҡырмыҫҡалының 2-се һанлы мәктәбендә эш башлай. Ижтимағи тормошта ҡайнап йәшәгән, белемле, көслө рухлы, үткер ҙә, баҫалҡы ла йәш уҡытыусы район хужаларының иғтибарынан да ситтә ҡалмай, уны Ҡырмыҫҡалы райкомының өсөнсө секретары итеп ҡуялар. Бында ул бөтә энергияһын һалып, муйындан эшкә күмелә. Яңы идеяларын тормошҡа ашырып, илһамланып, комсомол эшен гөрләтеп алып бара. Көнө-төнө мәктәптәрҙә, төрлө ойошмаларҙа файҙалы һәм ҡыҙыҡлы эштәр: ял итеү саралары, спорт ярыштары, мәҙәни бәйгеләр, хеҙмәт өмәләре ойоштора, йәштәр тормошондағы проблемаларҙы тикшерә. Эшен яратып, ысын күңелдән, бөтә көсөн биреп эшләгән комсомол осорон ул һағынып, йылылыҡ менән иҫкә ала. Артабан яҙмышы уны Нижневартовск ҡалаһы менән бәйләй. Оҙаҡ йылдар балалар уҡыта, директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылыусы уҡытыусы бында ла ҙур ихтирам ҡаҙана, Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре исемен йөрөтә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Дилара Ринат ҡыҙы иптәше Биктимер менән тыуған ауылына әйләнеп ҡайтырға ҡарар итә. Ауылдаштары уның көслө ойоштороусы һәләтенә эйә икәнлеген белеп, староста итеп һайлайҙар. Биш йыл дауамында ошо вазифала халыҡ араһында ҡайнап йәшәй. Кешеләрҙең ҡайғы-шатлыҡтарын үҙенекеләй ҡабул итеп, һәр береһенә ярҙам итергә тырыша. Һәр кемгә эшлекле кәңәшен бирә, яғымлы һүҙен йәлләмәй. Ул ойошторған"Неравнодушные утягановцы" ("Битараф булмаған үтәгәндәр") төркөмө ауылда барлыҡҡа килгән проблемаларҙы тикшереп, уларҙы күмәкләшеп сисеү юлдарын эҙләп, кәрәкле бер дөйөм ҡарарға килә, шундай ҙа әүҙем эшләүсе башҡа төркөмдәрҙе осратҡан юҡ әлегә. Унда ла килеп сыҡҡан ҡайһы бер сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдарын төплө дәлилдәр менән нығытылған һығымталарҙан һуң Дилараның "Уянығыҙ!!!", йә ваҡыты менән нимәгәлер әсенеп, "Тьфү!" тип ҡуйыуы ғына ла уны көслө трибун булараҡ билдәләй. Быны ул ваҡыты менән артыҡ һүҙҙәрҙең кәрәкмәгәнлеген белеп эшләй. Уны олоһо ла, йәше лә үҙ күрә, алсаҡлығы, һәр нәмәгә принципипиаль ҡарашы өсөн ихтирам итә. Шуға өйҙәренең ишеген ябылмай, дуҫтары, әхирәттәре, туғандары менән аралашыуынан йәм-тәм табып йәшәй. Бәхетенә, тормош иптәше уны ихтирам итеп, уның башланғыстарын аңлап ҡабул итеп, ауырлыҡтарҙы күтәрергә ярҙам итеп тора. Егәрле кеше бар яҡлап та өлгөр була, Дилара ла үрнәк булырлыҡ һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле апай, уңған хужабикә: ул ҡул эштәре менән шөғөлләнергә, иркен ихаталарында сәскә үҫтерергә, яҡындарын тәмле аш-һыу менән һыйларға ярата.
Шундай ихлас, ябай, кешелекле , бай һәм көслө рухлы ауылдашыбыҙҙың яулайһы үрҙәре, уңыштары алда тағы ла ҙурыраҡ, күберәк булһын!
Минзилә Язғарова.
Ҡамышлы ауылы.