Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь , 13:32

Республикала -17 градусҡаса һыуыта

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Республикала -17 градусҡаса һыуыта
Республикала -17 градусҡаса һыуыта

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, һауа температураһы көндөҙ +1, -4 градус.

Кесаҙна, 5 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуа, айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, -7, аяҙытҡанда -12 градус. Көндөҙ 0, -5 градус.

Йома, 6 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -7, -12, аяҙытҡанда -17 градусҡа тиклем. Көндөҙ -5, -10.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-04/v-bashkirii-poholodaet-do-17-gradusov-4036810

Автор:Галина Бахшиева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: