Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь , 09:36

Һеҙ эсәктәрҙе йылғала йыуаһығыҙмы?

Ауылдарҙа һуғым өмәләре башланды.

Һеҙ эсәктәрҙе йылғала йыуаһығыҙмы?
Һеҙ эсәктәрҙе йылғала йыуаһығыҙмы?

Һуғым һуйыу – борондан килгән һәм бөгөн еренә еткерелеп үтәлә торған бик матур йолаларҙың береһе. Ҡар ятып, ныҡлы һыуыҡтар башланғас ҡына, мал һуялар. Мал имен-аман ҡураға инеп, ныҡлап ашатылғас, ауылдарҙа өй һайын тиерлек һуғым өмәләре башлана. Өмәгә, ғәҙәттә, хужаның туғандары һәм күрше-күлән саҡырыла.

Ҡатын-ҡыҙҙар ғәҙәттә, малдың эсен (эсәк, ҡарын) таҙартыуға саҡырыла. Был үҙенә күрә мәшәҡәтле эш. Элек уңған хужабикәләр эсәктәре ағын һыуға, йылғаға төшөрөп йыуһа, хәҙер күптәр уны өй шарттарында, йылы һыу менән таҙартыуҙы хуп күрә. Йылғала таҙартылған эсәк, ҡарын-ҡорон таҙа булыуы менән айырылып торған. Һүрәттә күргән апайҙар Ейәнсура районының Ибрай ауылынан. Хужабикәләр әйтеүенсә, улар йыл һайын йылғаға төшөп, эсәк, ҡарындарҙы йыуа. Был борондан килгән йоланы барыһы ла дауам итә, йәштәр ҙә ололарға эйәреп, улар кеүек башҡара.

Ә һеҙҙең яҡтарҙа эсәк, ҡарын-ҡорондо нисек таҙарталар? Әйҙәгеҙ, фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.

Фото: Гөлнара Шәкирова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: