-Эх,ҡыҙыҡай! - Әнүәрҙең һуңғы һүҙҙәрен ишеткеһе килмәй, ҡолағын мендәр менән ҡапланы Зифа.
- Яратмайым мин һине,ҡалын арҡа, һин.
Ул көндө, ватылған һыуытҡыстың һыҙланып ҡына сығарған тауышын тыңлап ятты әле .Улы, Ильвирҙы әлдә генә өләсәһенә ҡалдырған. Атай-әсәһенең боларғанын күреп, йөрәге алыныр ине сабыйының.Урынынан шым ғына тороп, аш бүлмәһенә сыҡты. Ире, күренмәй. Тимәк, сығып киткән. Биш-алты сәғәтһеҙ ҡайтмаясаҡ.
-Аһ, гөлкәйҙәре тағын иҙәндә. Бөтә нимә тупраҡта. Енләнгән һайын шулай. Ишек вата, сәскәләрҙе ырғыта Әнүәре. Булған ғына мөлкәттәре эске һайын исрафлана. Хәтирәләргә төшөп китте....
Зифа, тәүге иптәше үлгәс, өс йәшлек улы менән яңғыҙ ҡалды. Ярты йыл тирәһе тыуған йортта көн күргәс, башы һуҡҡан яҡҡа сығып киткән ине. Район үҙәгендә ашнаҡсы булып эшләне. Әсәһе әйтмешләй, ауыр эштә эшләмә, еңел яғыңды ҡара тигәс, ҡырҡа боролош яһаны. Өфөгә юлланды бәпесе менән.
Баштараҡ төрлө эштәрҙә эшләне. Һуңынан белеме буйынса китапхана белгесе булып эшкә урынлашты. Кистәрен күрше подъезда иҙән йыуҙы. Ҡуртымға алынған фатир ауырға төшә яңғыҙына. Шуға бер эштән ҡурҡмай эшләп, һәүетемсә улы менән көн иттеләр. Әкренләп донъя яйға һалынды. Дуҫы, Әлиә менән һирәк-һаяҡ осрашып торҙолар. Сөнки бала саҡ дуҫы кейәүҙә түгел. Икеһе лә яңғыҙ. Йәштәр, етмәһә. Әхирәте таныштырҙы ла инде буласаҡ иптәше менән. Михәйловка ҡасабаһында электрик булып эшләй икән Әнүәр. Ипотека ярҙамында ике бүлмәле фатыры бар. Атай-әсәһе ярҙам итешкән. Кәләш алып өлгөргән, ни сәбәп менәндер тиҙ генә айырылып та ҡуйғандар.Танышыуҙарына, йыл булып килә тигәндә, никах уҡыттылар. Донъя йәмләп тағы бер ғаилә усағы тыуҙы.
- Яратмайым мин һине, ҡалын арҡа һин, Зифа. Ну, үтмәй миңә һинең яратыу. Ялҡыттың, мине. Яраттыра алмайһың бит. Йөрәк янмай,понимаешь?...
Тәүҙәрәк ике йыл тирәһе матур йәшәнеләр. Утыҙҙы саҡ уҙғандар. Күңелле саҡ. Эш бар, өй бар. Ҡулдарында ут уйнай. Барыһы ла тигеҙ кеүек. Ильвир, бәләкәй бала. Үҙенең әкәмәттәре менән ҡыҙыҡтырып тора атай-әсәһен. Нимә-нимә, улын сит итмәне иптәше. Уйната, шаярта, уйынсыҡтары тауҙай өйөлгән бәләкәй бүлмәлә. Әммә. Бер йыл элек кире үҙгәрештәр башланды.
...Баҡтиһәң, тәүге кәләшенән ире теләмәй айырылған. Кәләше, күрше ауылдан булған. Сыуаш милләтенән яртылаш. Атаһы башҡорт, әсәһе сыуаш. Саф башҡорт телендә һөйләшеп, башҡорт аштарын бешерһә лә Рита ярай алмаған ҡәйнәһенә. Сирҡанып, юҡ-бар-һөйләп тәки айырған йәштәрҙе. Яратһа, айырылмаҫ ине, тиһегеҙме ? Юҡ шул. Барыһы ла әсәһенә ҡаршы килә алмай. Әнүәр айырылған. Бик ауыр кисергән. Йәшлек мөхәббәте шулай үкенесле яҙмышҡа дусар ителгән. Бәпестәре булып өлгөрмәгән. Бәлки атай-әсәһе әүрәп китер ине. Бына был хәлдәрҙе яңыраҡ ҡына эскән килеш илап һөйләп ултырҙы ире.
Ниңә һуң, исмаһам, Себер яҡтарына сығып китмәнегеҙ? Әкренләп күнер ине әле туғандарың- тип һораһа ла. Иптәше башын эйеп тик ултырҙы. Ошо һөйләшеүҙән, асыштан башланды ҡара көндәр.
Тәүҙәрәк аптырай ине шул, уртаҡ бәпес алып ҡайтайыҡ тимәгәнгә. Ауылға ҡәйнәләренә ҡайтһалар. Бына, беҙ, башҡорттар, ҡайттыҡ, – тип килеп инер ине өйгә. Әнүәренең мөхәббәт тарихын ысынлап, төпләп ишеткәс кенә аңлап ҡалды. Төртмәле һүҙҙәренең мәғәнәһен.
Бик йыш эсмәһә лә, өс айға бер «спектакль» күрһәтеп торҙо. – Яратам, унһыҙ йәшәй алмайым, - тип һөйләмәй тәүге ҡатыны тураһында. Тыныс та йәшәтмәй. Һуңғы осор болара-һуғыша, донъя емерә башланы. Имеш, ҡалын арҡа! Йылылыҡ бирмәй икән Зифа, иренең күңелен үҙенә ҡарата алмай.
Ә бит мөхәббәт, шундай серле! Кемде яратырыңды, кем өсөн төн йоҡоларың бүленер икәнен кем белә... Тел менән әйтмәҫлек, күҙҙәр менән күрелмәгәән хис бит ул. Яратаһың и фсе. Көсләп яраттырып ҡара!
-Ниңә ҡалын арҡа тейһегеҙме. Аңлатам.
Зифа менән Әнүәр мунса бик һирәк бергә инәләр. Бергәләп барған хәлдәлә , йылы мунса һыуыҡ һымаҡ. Иркәләнеп-наҙланып күп ҡараны Зифа. Арҡа ышҡыта, йыуҙыра алмай бер йонсоно.Ҡатын-ҡыҙ еңмеш зат. Көсләп йыуҙырта ине арҡаһын. Ир нимә өсөн әтеү тип. Теләр-теләмәҫ Әнүәре йыуыштырҙы. Апай, килен-туғандарының мунса әкәмәттәрен тыңлап, ысын мәғәнәһендә көнләшә ине Зифа. Иптәшем, һыу һалып ҡойондора. Йә булмаһа, аяҡтарымды минлек менән сапты. Был минуттарҙа шул
хәтлем үҙен яңғыҙ тоя. Ысын мәғәнәһендә, яңғыҙ. Хикмәт бит арҡа йыуыуҙа түгел. Берекмәгән күңелдә эш башы.
...Бына ошондай хәтирәләр менән көн кискә ауышты. Иҙәндәге тупраҡ йыйылды. Бысраҡты йыуып бөтөп була. Тел, ҡул, күңел башҡарған ҡара эштәр генә эҙҙәр ҡалдыра. Бына әлелә тап-таҙа итеп донъяны таҙартып алды. Һәм уйға батты. Ире өйҙә юҡта...Тәрән уйға батты. Ҡалын арҡамы?
Интернет селтәренән көндәшен эҙләй башланы. Бәлки яңғыҙҙыр.Төрлө хәлдәр була, эҙләп ҡараһын әле. Ихлас күңелдән ҡауыштырыр ине Әнүәрен. Эсмәһә, һәйбәт бит ул. Ҡунаҡта матур йөрөй. Баланы балалар баҡсаһынан ала. Матур күлдәктәрҙе лә бергәләп һайлап алалар.Сөнки, төҫкә-башҡа матур ҡатын-Зифа. Үҙе түгел, кешеләр, белгән-күргәндәр һоҡланыуҙарын йәшермәй.
...Хәҙер бит һәр бер ауылдың интернет селтәрҙә –ауыл битлеге бар. Күрше ауыл булғас, тиҙ тапты Ританы. Ысынлап, төҫ ташламаған нәҙекәй генә һылыу йәш ҡатын . Яратмаҫлыҡ түгел. Бушҡа өҙгөләнмәй йәре. Зифаның йәшендә, утыҙ дүрт йәш. Бөтәһен, асып-ярып яҙҙы хатында. Һуңғы хәлдәрҙе йәшермәй теҙҙе генә. Иптәшем һеҙҙе онота алмай. Күсеп китергә лә риза. Һин ҡыйыу бул әле, Рита. Бәхетһеҙ йән булып йөрөмәгеҙ, өҙгөләнмәгеҙ –тип телефон номерын яҙҙы иренең. Тыныс ҡына уҡынылар теге яҡ экрандан. Яуап килмәне.Онотолоп та китте был сәйер аҙым.
-Ҡайҙа, Ильвир? Әлдә улым бар. Алып ҡайт, улымды. Минең –йыуанысым бит ул.. Эсеп-туйып ҡайтып , яҙмышына зарланып иҫерек килеш ауҙы. Хырылдап иҙәндә йоҡлап китте. Эй, аллам. Күҙ алдында тормоштан йәм тапмай был кешекәй. Бер әсәнең ҡәҙерле балаһы бит. Үҙен әрләп, ирен йәлләп тағы хат яҙырға кереште ҡатын.
Оҙон-оҙаҡ бер тормош кеүек үтте ул аҙна. Хәбәр юҡ ине әле Ританан. Эшкә барып, эштән ҡайтып ҡәҙимгесә тормош барҙы. Үҙ яйына аҡты. Һәр ваҡыт ҡына ирешеп тә торманылар. Матур йәшәп алған минуттары ла булды. Һөйөшкән кеүектәр хатта. Әнүәре айныҡты. Хәҙер берәй ярты йыл эсмәйәсәк. Һәр ваҡыт был уйҙар өмөт уята ине.Тик, Зифаның күңеле китек. Ғәйепле тоя үҙен. Бер уйлаһаң, ир бирмәк-йән бирмәк, айырым йәшәүҙе күҙ алдына килтерә алмай. Икенсе яҡтан, яратылмағын һиҙә, тоя Зифа. Асыҡ, тоя.
Зифам, өйрәндем һиңә. Рита..Рита –тип мөңғөрҙәгән ир һүҙҙәре онотоламы? Нисә тапҡыр ҡабатланды бит инде бергә йәшәгән дәүерҙә. Дәүер тип ней, биш йыл булып китте.
...Уйҙары тарҡалһа ла, Зифа иҫенә төшөрөп, көрһөнөп ҡуйҙы. Ул ваҡыттағы яҙған интерет-хаттан ярты йыл ваҡыт үтте. Иренең йылмайып йөрөүенән һиҙҙе. Тимәк, шалтыратҡан, Рита. Аяҡтары ергә теймәй. Оҙаҡ та үтмәй айырым ауылына ҡайтып килде. Һуңғараҡ, бөтөнләй эсеүен ташланы. Тик был үҙгәрештәр менән уйсанлыҡ баҫты күҙкәйҙәрен. Ташлап китергә ҡыйыулығы етмәгәнен йөрәге менән тоя, Зифа. Нисек түҙгәнен үҙе генә белә. Үҙ ҡулдары менән тапшырҙы бит ул сит ҡатынға ирен. Ниңә? Сөнки урталыҡта – Мөхәббәт ята. Яңылышлыҡтар, ваҡыт, айырылышыу арҡаһында-бүленгән бер яҙмыш. Матур йөрәк, йырлы йөрәк, мөхәббәтен һүндермәгән йөрәк.
...Ауыр булды, әлбиттә, икеһенә лә. Тик, яратмаған кешене ташлауы еңелерәктер. Яуапһыҙ һөйгәнгә – ауыр. Барыһы ла үтелде. Урам буйына сығарып ебәрмәне, әлбиттә, Әнүәре. Бәләкәй генә булһала бүлмә һатып алып бирҙе. Үҙе, Себер тарафтарына юлланды. Ильвирҙы ташламайым, ҡараясаҡмын, - тип әйтте, әлбиттә. Ярай, тормош күрһәтер. Үҫеп етербеҙ, буй еткерербеҙ. Иң мөһиме - ғашиҡтар бергә. Бәхетле булырға тейеш ике йән. Булһындар, бәхетле.
..Зифаның хәле нисек? Яйлап, әкренләп тормош алға бара. Өҙөлөп ярата ул, ирен. Ярата. Яратҡанға күрә, яратылырға ебәрҙелә инде. Эстән, һыҙа әле. Мөхәббәтһеҙ йәшәү - ҡояшһыҙ ҡара көн. Эйе, ҡалын арҡа булды иренә. Нисек кенә яғымлы, матур, эшсән һөйәк булмаһын-йылытманы урталыҡты.
Һин яратмаһаң, мин яратам, Әнүәр. Яратам...Беләм, һин дә яратаһың. Тик, башҡаны. Шуның өсөн һине, оҙатам. Һөйгәнеңә оҙатам...Оҙаттым.
Ҡатмарлымы тормош йүгәндәре, кемдәр табыр ысын һөйгәндәрен... Ыһ.