«Был иҡтисадтың, эшкәртеү сәнәғәтенең йылдам үҫеше менән бәйле. Эшкәртеү сәнәғәте һәм оборона предприятиелары эш хаҡы 200 мең һумға еткән вакансиялар тәҡдим итә. Төбәктә уртаса хеҙмәт хаҡы – 66 мең һум тирәһе. Беҙҙә табиптар, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа белгестәр өсөн ярҙам саралары ғәмәлдә. Миграция сәйәсәте беҙҙең файҙаға үҙгәрҙе, күсеп килеүселәр беҙҙән китеүселәргә ҡарағанда күберәк. Шуныһы мөһим: беҙҙә уҡырға килгән йәштәр күп. Ун беренсе класты тамамлаусыларҙың дөйөм һаны һәм бюджет урындары һаны тап килә тиерлек. Һәр сығарылыш уҡыусыһының бюджетҡа инеү мөмкинлеге бар. Шул уҡ ваҡытта уртаса эш хаҡы кимәле буйынса илдең башҡа төбәктәре араһында беҙ 35-40-сы урындар араһында торабыҙ. Шуға күрә үрләйһе үрҙәр бар. Беҙҙә хеҙмәт хаҡы шулай артыуын дауам итер тип уйлайым», — тине Хәбиров.