Даирә
+24 °С
Дождь
Новости
30 Ноября 2024, 13:58

1 733 000 һум аҡсаһын урлатҡан

Заман урынында тормаған һымаҡ, мутлашыусылар ҙа тик тормай, телефондан шылтыратып, кешеләрҙең аҡсаһын урлау өсөн яңынан-яңы алдаҡ юлдарын табып тора. Шулай итеп көн һайын тиерлек граждандар таныш булмаған телефон һандарынан шылтыратыуҙарға яуап бирә һәм бәләгә тарый.

1 733 000 һум аҡсаһын урлатҡан1 733 000 һум аҡсаһын урлатҡан
1 733 000 һум аҡсаһын урлатҡан

Тап бәләгә тарыйҙар, сөнки улар аҡсаларын юғалта һәм бурыс «упҡыны»на төшә. Уларҙың тоҙағына эләгеүселәр араһында ҡырмыҫҡалылар ҙа әле һаман осрап тора.
Ҡырмыҫҡалы ауылынан Андрейҙың шок хәлендә булыуы аңлашыла. Уның тарихы ла башҡаларҙыҡы кеүек башлана, һөҙөмтәлә ул йәшәү өсөн аҡсаһыҙ ғына түгел, ә ҙур бурыстарға бата.
Был юлы таныш булмаған кеше Андрейҙың кеҫә телефонына шылтыратып, үҙен страховка ойошмаһы вәкиле тип таныштыра. Алданыусыға медицина полисының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланыуы тураһында белдерә һәм тапшырыуға яңы документ әҙер булыуы хаҡында әйтә. Артабан енәйәтсе билдәле схема буйынса документ мәғлүмәттәрен әүҙемләштереү кәрәклеге хаҡында хәбәр итә. Бының өсөн ирҙең телефонына дүрт һанлы код килә. Зыян күреүсе мутлашыусыға еңел генә ышана һәм ебәрелгән һандарҙы әйтеп бирә.
Шунан һуң енәйәтсе тағы бер смс-код киләсәге тураһында әйтә һәм уны ла әйтеүен һорай. Ир мутлашыусылар икәнен аңлап ҡалып, телефондың икенсе осондағы әҙәм менән аралашыуҙы өҙә.
Шуға ҡарамаҫтан, артабан түбәндәге схема буйынса уның менән Үҙәк банк хеҙмәткәре һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре элемтәгә сыға. Тәүгеһе ниндәйҙер ғариза тултырыуҙы һорай, ә һуңынан видео шылтыратыу аша ир менән «тәфтишсе» бәйләнешкә инә, ул мутлашыу факты буйынса енәйәт эше асыласағы тураһында хәбәр итә. Мутлашыусы хеҙмәт таныҡлығын күрһәтә һәм Андрейҙың аҡсаһы ниндәй банкта һаҡланыуы тураһында белешә. Шунан иргә аҡсаларына ҡурҡыныс янауын һәм уларҙы ашығыс рәүештә хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәклеге тураһында хәбәр итәләр. Тиҙҙән «банк менеджеры» шылтыратып, мутлашыусылар уның исеменә бер нисә банкта кредит юллағандар, тип белдерә һәм быға юл ҡуймаҫ өсөн аҡсаны ашығыс рәүештә алырға кәрәк, тип хәбәр итә. Шулай итеп ир мутлашыусыларҙың хәйләләренә еңел генә эләгеп тәҡдимдәрен үтәй. Ир бер нисә банкка барып, аҡсаны ала һәм хәүефһеҙ иҫәптәргә (мутлашыусылар иҫәбенә) күсерә. Зыян суммаһы 1 733 000 һум тәшкил итә.
Йыш ҡына ошоға оҡшаш осраҡтарҙы ишетергә тура килә. Етмәһә, оҫта итеп «ҡуйылған тоҙаҡтарға» ябай пенсионерҙар һәм түбән белемле граждандар ғына эләкмәй. Улар ҡулына беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ эләгергә мөмкин.
Шуға күрә шылтыратып, үҙен Дәүләт хеҙмәттәре хеҙмәткәре тип таныштырыусылар менән һөйләшмәгеҙ, шунда уҡ телефонығыҙҙы һалығыҙ. Портал хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да һеҙгә шылтыратмаясаҡ. Шәхси кабинетҡа инеү өсөн үҙегеҙҙең мәғлүмәттәрегеҙҙе бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ. Аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмаҫ өсөн SMS-тан операцияларҙы раҫлау өсөн кодтарҙы йәки банк картаһы реквизиттарын бер ҡасан да башҡаларға әйтмәгеҙ. Шикле ссылкалар буйынса һәм тикшерелмәгән сайттарға үтмәгеҙ.
Хөрмәтле райондаштар! Беҙ һеҙҙән уяу булыуығыҙҙы һорайбыҙ. Һеҙгә йәиһә яҡындарығыҙға ҡарата мутлыҡ ҡылған осраҡта, шунда уҡ Ҡырмыҫҡалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур часына 8 (34765) 2-13-31 телефон һандары аша мөрәжәғәт итегеҙ.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас