Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь , 11:00

Владимир Путин махсус хәрби операцияны тамамлау өсөн шарттарҙы әйтте

Рәсәй президенты Владимир Путин Киев менән тыныслыҡ тураһында һөйләшеүҙәрҙе башлау һәм утты туҡтатыу өсөн шарттар хаҡында һөйләне.

Владимир Путин махсус хәрби операцияны тамамлау өсөн шарттарҙы әйтте
Владимир Путин махсус хәрби операцияны тамамлау өсөн шарттарҙы әйтте

Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, Украина ғәскәрҙәре Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре биләмәләренән тулыһынса сығырға тейеш.

Бынан тыш, Украина үҙенең нейтраль, блоктан башҡа һәм ядроһыҙ тигән статусын гарантияларға, шулай уҡ НАТО-ға инеү маҡсатынан баш тартырға бурыслы.

Ҡырым, Севастополь, Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәй төбәктәре тигән статусын халыҡ-ара килешеүҙәрҙә теркәргә кәрәк.

Көнбайыштың Рәсәйгә ҡаршы барлыҡ санкциялары ғәмәлдән сығарылырға тейеш.

«Әгәр Киев һәм Көнбайыш әлеге тәҡдимдән баш тартһа, артабан шарттар икенсе буласаҡ», — тине Путин.

 

 

Автор:
Читайте нас: