Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь , 15:33

Гайканан моторға тиклем: Вуз-ара кампуста яңы маршрут эш башланы

Рәсәйҙең алты төбәгенән «Тамырым – башҡорт» төбәк-ара балалар-үҫмерҙәр форумында ҡатнашыусылар Өфө вуз-ара кампусының лабораториялары һәм ижади киңлектәре менән танышты.    

Гайканан моторға тиклем: Вуз-ара кампуста яңы маршрут эш башланы
Гайканан моторға тиклем: Вуз-ара кампуста яңы маршрут эш башланы

Өфө вуз-ара кампусында «Молекуланан – кешегә, гайканан моторға тиклем» фәнни-популяр туризм экскурсияһы эшләй башланы. Ул Рәсәйҙең алты төбәгенән «Тамырым – башҡорт» төбәк-ара балалар-үҫмерҙәр форумында ҡатнашыусыларҙы кампус лабораториялары һәм ижади киңлектәре менән таныштырҙы.

Балалар төрлө ғилми йүнәлештәр буйынса тикшеренеүҙәр алып барылған лабораторияларҙа булды. Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған өлкәләре, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округы уҡыусылары Өфө фән һәм технологиялар университетының Алдынғы инженерҙар мәктәбенең лабораторияһында булды һәм Бангладештан йәш ғалим Мөхәммәт Нафиз Разман менән танышты. Ул үҙенең студенттар командаһы менән электромобилдәр һәм пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн заряд станциялары эшләү буйынса бер нисә инновациялы проект әҙерләй.

Бынан тыш, уҡыусылар Өфө университетының геном һәм гендан һуңғы технологиялар лабораторияһы нисек эшләгәнен, пробиркала ДНК молекулаһының һәм кешенең генетик профилен билдәләү өсөн файҙаланыла алған биочиптың ниндәй булыуын күрҙе.

«Молекуланан – кешегә, гайканан моторға тиклем» маршруты республиканың йәш ғалимдарының эшмәкәрлеге менән танышыу, һәләтле йәш тикшеренеүселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән юғары технологиялы ҡорамалдарҙы күрһәтеү өсөн әҙерләнгән.

Уҡыусылар әйтеүенсә, был улар өсөн фән донъяһына ҡыҙыҡлы, файҙалы сәйәхәт булған, сөнки улар әле үк киләсәктә кем булырға теләүҙәре хаҡында уйлана.

Белешмә.

Вуз-ара кампустың беренсе сираты 2023 йылдың декабрендә сафҡа индерелде. Бында Өфөләге төп университеттарҙың фәнни эшмәкәрлеге һәм дисциплина-ара хеҙмәттәшлеге өсөн лабораториялар һәм майҙандар урын алған. 2025 йылдың аҙағына тиклем кампустың икенсе өлөшөн тапшырыу күҙаллана. Күләмле проект сиктәрендә дөйөм ятаҡтар, коворкингтар, китапханалар, магазиндар, дөйөм туҡланыу нөктәләре, спорт майҙансыҡтары һәм ял итеү урындары төҙөлә.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:
Читайте нас: