Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель , 10:30

МӨСӘЛ ЙЫЛДАРЫ ТУРАҺЫНДА БАШҠОРТ ҺЫНАМЫШТАРЫ

Быйылғы йыл да бигерәк дөрөҫкә тап килә.

МӨСӘЛ ЙЫЛДАРЫ ТУРАҺЫНДА БАШҠОРТ ҺЫНАМЫШТАРЫ
МӨСӘЛ ЙЫЛДАРЫ ТУРАҺЫНДА БАШҠОРТ ҺЫНАМЫШТАРЫ

МӨСӘЛ ЙЫЛДАРЫ ТУРАҺЫНДА БАШҠОРТ ҺЫНАМЫШТАРЫ
Тауыҡ йылы тары сәс,
Барыҫ йылы барын сәс.

Тауыҡ йылы – ҡоролоҡ,
Ҡуй йылы – ҡытлыҡ,
Ҡуян йылы – йотлоҡ,
Йылан йылы – баллыҡ,
Ҡабан йылы – байлыҡ,
Лыу (аждаһа) йылы – һыулыҡ.

Сысҡан йылы – игенле,
Шуға сысҡан да күбәйә.

Барыҫ йылды барын сәс,
Һис булмаһа, тары сәс.

Барыҫ йылы — байлыҡ,
Һыйыр йылы — туҡлыҡ,
Ҡуй йылы — ҡытлыҡ,
Ҡуян йылы — йотлоҡ.

Эт йылы буран була.

Эт йылында мал үрсер,
Барыҫ йылды бары үҫер.

Йылҡы йылын һаҡлыҡ менән ҡаршы ал.

Йылҡы йылы – ҡаты йыл,
Уның башынан һағай.

Автор:
Читайте нас: