Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
16 Ноябрь 2023, 06:52

Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоһағыҙ...

Кәңәштәрҙе беҙҙең сайтта уҡый алаһығыҙ

Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоһағыҙ...Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоһағыҙ...
Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоһағыҙ...

☕Мәтрүшкәле сәй
🌸Мәтрүшкә нервыларҙы тынысландыра, йоҡоһоҙлоҡтан дауалай. Был үләндә В1, В2, С, D, A, К витаминдары, эфир майҙары бар.
🌸Бер аш ҡалағы ҡоро мәтрүшкәгә 1 стакан ҡайнаған һыу ҡойоп, ут өҫтөндә ҡайнатып сығарырға, унан тағы 10–15 минут һүрән утта тоторға кәрәк. Һуңынан һыуытып, һөҙөп ҡуйыла. Был ҡайнатманы йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә ҡулланырға була. Бер стакан мәтрүшкә төнәтмәһенә бер сәй ҡалағы бал һалып эсеү кәңәш ителә
☕Сейә-ванилдән эсемлек.
🍒Сейәлә мелатонин күп, ул гормон тәүлек ритмын - йоҡо, әүҙемлек циклын көйләү өсөн яуаплы. Иртәле-кисле был әскелтем эсемлекте ҡулланыу йоҡо-әүҙемлек ваҡытына дөрөҫ йүнәлеш бирергә ярҙам итә.
🍒Ваниль тынысландырыу үҙенсәлегенә эйә, шунлыҡтан йоҡомһоратып ебәрә. Уның хуш еҫен аромотерапияла юҡҡа ғына ҡулланмайҙар: ул көсөргәнешлекте һәм стресты һыпырып ала. Ҡулланыу өсөн ванилдең бер таяҡсаһы йәки экстрактының бер тамсыһы ла етә. Бик тә булмаһа, ванилин йә ваниль шәкәрен тотонорға ярай.
🍒Эсемлекте әҙерләү өсөн 150-200 миллилитр сейә һуты һәм бер-ике тамсы ваниль экстракты (бер семтем ванилин да мөмкин) алына.
🍒Йоҡларҙан сәғәт ярым тирәһе алдан бер стакан эсемлекте ҡулланыу әүен баҙарына тиҙерәк китергә ярҙам итер. Иртән эскәндә ванилин өҫтәү кәрәкмәй.
🌺Ала миләүшә (лаванда) - аҡ сәскә (ромашка) сәйе. Был ике сәскә лә организмды тынысландырыу көсөнә эйә. 💮Ромашкалағы апигенин мейеләге күҙәнәктәргә тынысландырғыс тәьҫир итә, хәүеф тойғоһон бөтөрә һәм, мускулдарҙы йомшартып, организмды ял итеүгә көйләй. 🌺Ала миләүшәнең хуш еҫен электән нервы системаһын тәртипкә килтереү өсөн ҡулланғандар. Ул да төнгө ваҡытта мейе эшмәкәрлегенең әүҙемлеген түбәнәйтә, көсөргәнешлекте кәметә, йоҡоға тарта.
💮Шифалы эсемлек әҙерләү өсөн кәрәк: бер балғалаҡ ала миләүшә, бер балғалаҡ аҡ сәскә, 200 миллилитр ҡайнар һыу, бал менән һөт. Һуңғыларын ҡушыу-ҡушмау һәр кемдең үҙ ҡарамағында.
🌺Бәләкәй сәйнүккә сәскәләрҙе һалабыҙ ҙа өҫтөнә тейешенсә ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ул 10-15 минут төнәргә тейеш. Самалап һөт һәм бал ҡушырға мөмкин. Йоҡларҙан ярты сәғәт алда эсеүҙең тәьҫире яҡшы була.
🍯Баллы һөт. Бер стакан һөткә ике балғалаҡ бал ҡушылған эсемлек тә тынысландырып, тиҙерәк йоҡлап китергә булышлыҡ итә. Һөттөң йылы, хатта ауыҙ бешмәҫлек хәлдә эҫерәк булыуы мотлаҡ. Унда триптофан һәм кальций бар. Тәүге аминокислота тынысландырғыс үҙенсәлеккә эйә, ә кальций триптофанды үҙләштерергә ярҙам итә. Йылы һөт тән температураһын әҙерәк күтәрә, был да мускулдарҙы йомшартып, көсөргәнешлекте кәметә. Бал инсулин эшләп сығарыуҙы көсәйтеп ебәрә, триптофанға мейегә барып етергә ярҙам итә.
🥛Баллы һөттө йоҡларҙан ярты сәғәт алдан эсегеҙ һәм тыныс ҡына йоҡлап китергә үҙегеҙҙе көйләгеҙ.
💚Һау-сәләмәт булығыҙ 💚

 

Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortvk төркөмөнән алынды

Автор:
Читайте нас