Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
29 Сентябрь 2023, 06:46

Самолеттағы ҡот осҡос бер нисә минут...

Кисә "Анталья-Өфө" рейсы менән осҡан пассажирҙар бер нисә минут эсендә мең үлеп, мең терелгән. 

Самолеттағы ҡот осҡос бер нисә минут...Самолеттағы ҡот осҡос бер нисә минут...
Самолеттағы ҡот осҡос бер нисә минут...

Пассажирҙарҙың береһе бына ни тип яҙа:

- Рейс "Анталья-Өфө" XC8053. 28.09.2023

Бөгөн, 28 сентябрҙә, Анталья-Өфө маршруты буйынса осҡан "Сorrendon Airlines" авиакомпанияһы самолеты бортта проблемаға юлыҡты. Пилот борттың герметикаһы боҙолоуы һәм ашығыс рәүештә түбәнәйергә кәрәклеге тураһында хәбәр итте. Паникаға бирелгән пилот микрофонға: "Еmergency landing. Masks on urgently!" - тип ҡысҡыра башланы (Ашығыс рәүештә битлек кейегеҙ!) Самолет бик юғары тиҙлектә түбән осто. Кислород маскалары төштө.

Самолет ашығыс рәүештә нормаль бейеклеккә йүнәлде. Ҡурҡыныс аттракциондар бар, унда ҡурҡыуҙан йөрәк табанға төшә. Ләкин беҙ кисергәндәр бер ниндәй аттракцион менән дә сағыштырырлыҡ түгел ине.

Салонға ҡапыл һалҡын һауа инде. Ҡолаҡтар ҡот осҡос тондо.

Пилоттар үҙ эшен профессиональ рәүештә башҡарҙы. Аллаға шөкөр, барыһы ла яҡшы. Беҙ Өфөгә имен-аман килеп төштөк.

Фото һәм видео: https://web.telegram.org/a/#-1001095950024

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова

Сығанаҡ: Йәшлек гәзите

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас