+24 °С
Ямғыр


Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, 18 июлдә республикала урыны менән көслө ямғыр яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәүе фаразлана.
Башҡортостанда көн аяҙлы-болотло була. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ урыны менән көслө, айырым райондарҙа йәшен. Ел тотороҡһоҙ талғын, көндөҙ тиҙлеге секундына 14 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +10, +15°, көндөҙ +18, +23°.
Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге - 500-1000 метр.