Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
30 Июнь 2023, 05:52

Ҡоралай бассейнға төшөп киткән

Мәғлүм булыуынса, был хайуанҡай...       

Ҡоралай бассейнға төшөп киткәнҠоралай бассейнға төшөп киткән
Ҡоралай бассейнға төшөп киткән

Кисә иртәнге сәғәттәрҙә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығына Өфөләге Рига урамындағы фанера комбинатының ағасты еүешләтеү бассейнында ата ҡоралай ҡамалып, сыға алмауы тураһында хәбәр итәләр.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, шулай уҡ объект етәкселеге менән берлектә хайуанҡайҙы ҡотҡарыу эшен ойошторған. Ҡотҡарыусылар ҡоралайҙы һыу бассейнынан сығарып алып, зоологтарға тапшырған. Мәғлүм булыуынса, хайуан зыян күрмәгән.

Фото: mchsrb

Автор:Рәмилә Мусина
 
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас