Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2022, 19:46

Владимир Путин ике законға ҡул ҡуйҙы

Ярҙамға өмөт итер өсөн нимәләрҙе белергә кәрәк?  

Владимир Путин ике законға ҡул ҡуйҙы
Владимир Путин ике законға ҡул ҡуйҙы

Владимир Путин мобилизацияланған бәләкәй һәм урта бизнес хужаларына булышлыҡ итеү тураһындағы ике законға ҡул ҡуйҙы.

Хәҙер закон буйынса:
- Эшҡыуарҙар бизнес менән идара итеүҙе ышаныслы кешеләре аша һаҡлап ҡала ала. Эште тапшырыуға һәм ышаныс ҡағыҙҙарын рәсмиләштереүгә биш эш көнө бирелә: https://vk.cc/chKCOJ

- Бизнесын үҫтереүгә кредит алған эшҡыуарҙар кредит каникулына хоҡуҡлы. Кредит килешеүе мобилизация көнөнә тиклем төҙөлгән булырға тейеш: https://vk.cc/chKCQA

Кредит каникулы (ташламалы осор) һорап, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте ойоштороусы үҙе лә, ышаныс ҡағыҙы буйынса эшләүсе кеше лә мөрәжәғәт итә ала. Кредит каникулы мөрәжәғәт иткән йәки заемсы билдәләгән көндән башлана, ләкин 2022 йылдың 21 сентябренән дә иртәрәк түгел. Каникулдар яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә ойоштороусыны мобилизациялағанға тиклем бирелгән теләһә ниндәй кредиттар һәм заемдар буйынса бирелә. Мобилизация тамамланғандан һуң кредит каникулдары 90 көнгә оҙайтыла.

Ташламалы осор ваҡытында проценттар килешеүҙә билдәләнгән ставка буйынса иҫәпләнә. Каникул осоро тамамланғандан һуң, иҫәпләнгән, әммә түләнмәгән проценттар төп бурыс суммаһына индерелә, ә кредит йәки заем ваҡыты түләү күләме элеккесә ҡалырлыҡ итеп оҙайтыла.

Сығанаҡ: Рәсәй банкы бүлексәһе - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк https://www.cbr.ru/rb

Рәсәй Банкының ҡыҙыу бәйләнеше:

- сымһыҙ телефондарҙан бушлай шылтыратыу өсөн: 300
- Рәсәй төбәктәренән бушлай шылтыратыу өсөн: 8 800 300-30-00
- сымһыҙ элемтә операторҙарының тарифтарына ярашлы: 7 499 300-30-00

Фото rossaprimavera.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: