Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2022, 16:52

Афғансылар менән осраштыҡ

Ҡарлыман ауылының мәҙәниәт йортонда Афғанстанда үҙенең хәрби бурысын үтәгән ветеран менән осрашыу уҙҙы.   

Афғансылар менән осраштыҡ
Афғансылар менән осраштыҡ

Уҡыусылар менән осрашыуға ҙур теләк менән яҡташыбыҙ Айрат Йәрмөхәмәтов килде. Ул Кәсәүән ауылында тыуып үҫкән һәм Ҡарлыман мәктәбендә белем алған. Хәрби хеҙмәткә алынғас, уны ла бик күп башҡа һалдаттар менән бер рәттән Афған һуғышына ебәрәләр. Айрат Йәрмөхәмәтов йәш быуынға Афған ерендәге мәхшәр хәлдәр тураһында, үҙенең башынан кисергәндәрҙе ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын яуҙырҙылар. Осрашыу бик фәһемле булды. Был турала беҙгә клуб мөдире Зөлфиә Ишембаева бәйән итте. 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: