Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2021, 14:41

Төнгө янғындар өс кешенең ғүмерен ҡыйған

Бөгөн таңда Йәрмәкәй районының Урта Ҡарамалы ауылында янғын сыҡҡан. Бүрәнә йортҡа ут тоҡанған...

Төнгө янғындар өс кешенең ғүмерен ҡыйған
Төнгө янғындар өс кешенең ғүмерен ҡыйған

Бөгөн таңда Йәрмәкәй районының Урта Ҡарамалы ауылында янғын сыҡҡан. Ваҡиға урынына шунда уҡ ҡотҡарыусылар юлланған. Бүрәнә йорттоң 54 квадрат метр майҙаны янып сыҡҡан.

Йортто һүндергәндә ҡотҡарыусылар ике кешенең кәүҙәһенә юлыға. 1974 йылғы ир һәм 1986 йылғы ҡатын утта һәләк була. Янғынды һүндереүгә туғыҙ кеше һәм өс берәмек техника йәлеп ителә. Янғын сәбәбен тәфтишселәр асыҡлай.

Бөгөнгө төн Өфө районы Кручинино ауылында ла тыныс үтмәй. Бында ла янғын башлана. Уны һүндереүгә 10 кеше һәм өс берәмек техника йәлеп ителә.

Утта 1948 йылғы ҡатын һәләк була. Йәйге йорт һәм «Lada XRAY» автомобиле тулыһынса янып сыға.

Асыҡланыуынса, йортта йылытыу системаһы булмай, өйҙө электр ҡорамалдары менән йылыталар. Моғайын, янғын уларҙың төҙөкһөҙлөгө арҡаһында булғандыр.

Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:Лилия Нуретдинова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: