Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2021, 13:00

Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя

Бөгөн - Бөтә донъя туризм көнө. Үҙ ғүмерендә бәләкәй генә сәйәхәттәр ҡылырға хыялланмаған һәм сәйәхәт итергә яратмаған кеше һирәктер, моғайын. Бының өсөн әллә нисәмә мең һумдар түгеп сит илгә сығып китергә лә, республика буйлап юлланырға ла кәрәкмәй, ә көҙгө муллыҡҡа һоҡланып, тәбиғәт ҡосағына яҡындарығыҙ менән экскурсияға урманға сығып инһәгеҙ ҙә, йылы тәьҫораттар менән күңелегеҙҙе байытырһығыҙ.  С.М.Чугункин исемендәге Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең география уҡытыусыһы Илнур Йосопов та нәҡ шулай тип иҫәпләй.

Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя
Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя

Үтәгән ауылында тыуып үҫеп, шунда 11-сы класты тамамлаған егет бала саҡтан география фәнен ярата. Шулай уҡ уға астрономия һәм биология фәндәре оҡшай. Шуға ла ул артабан яҙмышын география фәне менән бәйләр өсөн Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәбиғи-география факультетына уҡырға инә. 2004 йылда география һәм биология уҡытыусыһы белгеслеге буйынса диплом алып, С.М.Чугункин исемендәге Ҡырмыҫҡалы мәктәбенә география уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Бына егерме йылға яҡын инде ул уҡыусылар менән тыуған яҡты өйрәнеү, тикшеренеү эштәре, тәбиғәт ҡомартҡылары буйлап сәйәхәттәргә йөрөү, ҡаяға менеү һәм геология йүнәлештәре буйынса эште бар күңелен һәм тырышлығын һалып башҡара. Тәрбиәләнеүселәренә тыуған яғыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен өйрәтә, тәбиғәт үҙенсәлектәре менән таныштыра. Ул эшләгән дәүерҙә райондың ғына түгел, республиканың да төрлө иҫтәлекле урындарына, тәбиғәт ҡомартҡыларына ойошторолған походтарҙың иҫәбе-һаны юҡ. 

Юғары квалификациялы категорияға эйә уҡытыусының хеҙмәте райондың һәм республиканың төрлө Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, дипломдар һәм сертификаттар менән билдәләнгән.

- Гүзәл тәбиғәт ҡосағында булыу, төрлө яңы ерҙәр күреү, саф һауа һулау, йәйәү йөрөү бала күңелендә ыңғай һәм шатлыҡлы хистәр уята, йәш организмды сыныҡтыра, нығыта һәм тиҙ арыусанлыҡты кәметә. 
Тәбиғәт шарттарында бер нисә көн йәшәү төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, тиҫтерҙәр менән аралашырға, бер-береңә ярҙам итергә өйрәтә. Ә бит күп балалар, буш ваҡыттарын нисек үткәрергә белмәй, насар ғәҙәттәрҙе үҙләштерә. Ялдың ошо әүҙем төрө баланың аң-даирәһен киңәйтеүгә булышлыҡ итә, уның күңелендә сит илдәр, яңы ерҙәр күреү һымаҡ хыялдар, яңы маҡсаттар уята. 
Иң иҫтә ҡалғаны балалар менән дүрт көнлөк сәйәхәткә сығыу булды. Тәүге көндө Белорет районының Абзаҡтағы аквапаркында булғандан һуң Яҡтыкүл эргәһенә барып, палаткалар ҡороп, ҡундыҡ. Икенсе көнгә Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһындағы аквапаркына барып, кире Яҡтыкүлдәге лагерға ҡайттыҡ. Өсөнсө көнгә Арҡайымға юлландыҡ, унда көнө буйына булғандан һуң, кисен Баймаҡ районындағы Ғәҙелша шарлауығы эргәһендә лагерь ҡорҙоҡ. Дүртенсе көнгә генә ҡайтырға сыҡтыҡ. 
Балаларға усаҡ эргәһендә ултырып йырҙар йырлау, палаткалар ҡороу, ялан шарттарында ашарға бешереү оҡшай , - тип һөйләй Илнур Ғәйнислам улы. 
Уның уҡыусылары йыл һайын район мәктәптәре араһында уҙғарылған туристик ярыштарҙа, район кимәлендәге балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе ойошторған туристик слеттарҙа ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. 
Илнур Йосопов райондың тәбиғәт ҡомартҡылары булған Зәңгәркүл, Тауһеңер күле һәм Ҡарлыман мәмерйәһе буйлап сәйәхәт итеүҙең маршрут юлын да төҙөгән. Бер нисә йылдар инде туристар уның маршруты буйлап сәйәхәт итәләр. 
Ни эшләп был маршутты төҙөргә булдың, тип һорайым Илнурҙан. 
- Туризм үҙәгенән үҙ районыңда туристик маршрут төҙөү кәрәклеге тураһында положение килде. Унда тарихи урындарға һәм тәбиғәт ҡомартҡыларына сәйәхәт итеүҙе һайларға мөмкин ине. Мин тәбиғәт ҡомартҡыларын һайланым һәм шуның буйынса маршрут ҡағыҙын төҙөнөм. Был сәйәхәтте бер көнлөк тә, ике көнлөк тә итергә була. Сәйәхәтте Зәңгәркүлдән башлап, Тауһеңер күле эргәһендә лагерь төҙөп, ҡунырға һәм икенсе көнгә Ҡарлыман мәмерйәһенә юлды дауам итергә була. 
Балаларға ҡунмалы походтар күберәк оҡшай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия булыу сәбәпле, былтырҙан бирле сәйәхәттәргә сыҡҡаныбыҙ юҡ. Уҡыусылар походҡа барғанды көтөп йөрөйҙәр, - тип йылмая Илнур Ғәйнислам улы. 
География уҡытыусыһының үҙ юлынан киткән уҡыусылары ла бихисап. Улар араһында туризм буйынса спорт мастеры кандидаты, туризм үҙәгендә шөғөлләнеүсе Руслан Ҡаранаевты билдәләп китергә була. 
Ғаиләһе менән дә сәйәхәт итергә ярата ғаилә башлығы. Тормош иптәше ошо уҡ мәктәптә химия һәм немец теле уҡытыусыһы Айгөл Мәғәфүр ҡыҙын, ҡыҙҙары Зарина һәм Каринаны алып, Зәңгәркүлгә, Инйәргә, Еңеү, Шүлгәнташ мәмерйәләренә, Абзаҡ, Яҡтыкүл ял итеү базаларына, Сочи, Абхазия һәм Ҡырымға сәйәхәткә йөрөйҙәр. 
Тәбиғәткә яҡын булыу, күңелеңде байытыу һәм матурлыҡты күрә белеү өсөн иң яҡшыһы – сәйәхәткә сығып китеү. Бер тапҡыр сәйәхәт тәмен татыған кеше унан башҡаса айырылмай, тиҙәр. Илнур Ғәйнислам улы менән әңгәмәләшеү ошо хәҡиҡәтте тағы ла нығытты. Һеҙҙең арала ла сәйәхәт итергә яратыусылар барҙыр, тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. 
Гөлсәсәк Аласова.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: