Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2021, 12:17

Байрамдар уҙғарылмаясаҡ

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл йәнә киҫкенләшә.

Байрамдар уҙғарылмаясаҡ
Байрамдар уҙғарылмаясаҡ

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл киҫкенләшә. Һуңғы тәүлектә 374 кешелә инфекция асыҡланған. Дөйөм һандар ҙа арта – пандемия башланғаны бирле был диагноз 65684 кешегә ҡуйылған. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин һөйләне.

Уның белдереүенсә, әле 6752 кеше амбулатор дауалана, уларҙың 291-е балалар. 5564 кеше дауаханаларҙа ята, 89-ы – балалар.

– Республикала коронавирус менән сирләгән кешеләр һаны арта. Шуға күрә дауаханаларҙа урындар һанын арттырырға ҡарар ителде. Әле өҫтәмә рәүештә дүрт ковид-госпиталь асылды, 770 урын булдырылды, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала битлек кейеү режимын үтәүгә контролде арттырырға ҡушты. Был тәү сиратта сауҙа нөктәләренә һәм йәмәғәт транспортына ҡағыла.

– Ошо көндәрҙә битлек кейеү тәртибенең үтәлешен тикшерҙек. 30 тикшерелгән сауҙа объектының алтыһы ғына "йәшел зона"ла. Был йәһәттән эште әүҙемләштерергә кәрәк, – тине ул.

Шулай уҡ Радий Фәрит улы мөмкин булғанса күмәк кешеләр ҡатнашҡан сараларҙы кәметергә ҡушты.

– Йәйгеһен күп саралар үткәрҙек. Хәҙер, әйҙәгеҙ, төрлө форумдар, осрашыуҙар һәм башҡаларҙы мөмкин булғанса кәметәйек. Ни бары Транспорт форумын үткәреп ебәрәйек, сөнки ҡунаҡтар саҡырылған, – тине ул.

Спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, әле республикала календарға индерелгән рәсми спорт саралары ғына үткәрелә. Спортсылар буш залдарҙа сығыш яһай. Был сикләү профессиональ “Салауат Юлаев” хоккей клубы, “Өфө” футбол клубы һәм “Урал” волейбол клубтарына ҡағылмай. Уларҙың етәкселеге коронавирус буйынса оператив штабҡа мөрәжәғәт итеп, залдарҙы 50 процентҡа тултырыуға рөхсәт алғайны.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, мәҙәни саралар ҙа календарь һәм гастроль планына ярашлы үткәрелә. Учреждениеларға ПЦР-тестар һәм прививка тураһындағы сертификат менән генә инергә ярай.

Фото: lenta.ru

Автор:Альфия Мингалиева.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: