Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2021, 12:09

Балалар араһында сирлеләр арта, мәктәптәр ябыла...

"Әгәр бер класта биштән ашыу кеше сирләй икән, карантин иғлан ителә. Был сикләү сараһы 279 мәктәптә, 768 класта индерелгән".

Балалар араһында сирлеләр арта, мәктәптәр ябыла...
Балалар араһында сирлеләр арта, мәктәптәр ябыла...

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәлдәр киҫкенләшә, тинек. Унан башҡа миҙгелле сирҙәр ҙә артты. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә “Роспотребнадзор” идаралығы башлығы Анна Казак белдереүенсә, республикала ОРВИ менән сирләү буйынса эпидемиологик сик 98,4 процентҡа артҡан.

– Был үткән аҙна менән сағыштырғанда 38,2 процентҡа юғарыраҡ. Был аҙнала һигеҙ меңдән ашыу кеше тикшерелде. Уларҙың ике меңе – балалар. Һөҙөмтәлә парагрипп, аденовирус, РС-вирустар асыҡланды. Әлегә киҙеү тейеү осраҡтары юҡ. Ғәҙәттә, был сирҙе декабрҙең икенсе яртыһында теркәйбеҙ, – тине ул.

“Роспотребнадзор” етәксеһе республикала киҙеүҙән вакцинация кимәленең түбән булыуына борсолоу белдерҙе. Әле Башҡортостанға был сиргә ҡаршы прививканы халыҡтың 18,3 проценты ғына яһатҡан. Был тәңгәлдә эште әүҙемләштерергә тәҡдим ителде.

– Беҙ дауахананан тыш пневмонияның артыуын да күҙәтәбеҙ. Был үткән аҙна менән сағыштырғанда 2,3 процентҡа күберәк, – тине ул.

Анна Казак коронавирусҡа ла туҡталды. Был йәһәттән ул балаларҙың күпләп сирләүенә баҫым яһаны. Статистикаға ярашлы, әле 730 белем биреү ойошмаһында яңы коронавирус инфекцияһы осраҡтары теркәлгән.

– Әгәр бер класта биштән ашыу кеше сирләй икән, карантин иғлан ителә. Был сикләү сараһы 279 мәктәптә, 768 класта индерелгән. Был аҙнала белем биреү ойошмалары буйлап рейдтар үткәреләсәк, – тине ул.

Етәксе белдереүенсә, кешеләр сикләүҙәргә йәнә йомшаҡ ҡарай башланы. Сауҙа үҙәктәрендә, транспортта һәм күмәк кешеләр ҡатнашҡан сараларҙа битлек кейеү тәртибе һәм социаль арауыҡ талабы үтәлмәй. Анна Казак контролләү сараларын көсәйтергә тәҡдим итте.

Фото: viruslife.ru

Автор:Альфия Мингалиева.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: