Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2021, 16:40

Бала саҡ хәүефһеҙ булһын!

Әсәйҙәрҙе балаларҙы автомобилдә йөрөтөү ҡағиҙәләренә өйрәтеү буйынса курс ойошторола.

Бала саҡ хәүефһеҙ булһын!
Бала саҡ хәүефһеҙ булһын!

Иртәгә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се дауахана базаһында ата-әсәләр өсөн “Хәүефһеҙ бала саҡ” белем биреү программаһы асылыу айҡанлы, матбуғат конференцияһы үткәрелә. Проект балаларҙы автомобилдә йөрөтөү ҡағиҙәләрен өйрәтеүгә йүнәлтелгән.  

Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала клиник дауаханаһы балаларҙы автомобилдә йөрөтөү ҡағиҙәләренә өйрәтеү буйынса курс ойошторған икенсе үҙәк буласаҡ. 2019 йылда “Хәүефһеҙ бала саҡ” проекты Республика клиник перинаталь үҙәк базаһында старт алғайны.

Проект Рәсәй Президентының “Рәсәй Федерацияһының 2024 йылға тиклем милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында”ғы  2018 йылдың 7 май указына  һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге стратегияһына, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына һәм “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Рәсәйҙә балалар араһында юл-транспорт травматизмын иҫкәртеү буйынса өс йыллыҡ проект перинаталь үҙәктәр һәм бала табыу йорттары базаһында 2019 йылдан алып  йәйелдерелә.

“Хәүефһеҙ бала саҡ” проекты күнегеүҙәре утыҙ төбәктә үтте. 2020 йылда ул тағы 35 төбәктә эш башланы. Быйыл илдең башҡа төбәктәре уға ҡушыласаҡ.

Ошо йылдар эсендә проект  үҙенә 85 төбәктең 100 ҡалаһын йәлеп итәсәк.  Перинаталь үҙәктәрҙең медицина хеҙмәткәрҙәре аҙнаһына бер нисә тапҡыр балаларҙы урынлаштырыу өсөн ҡулланылған ҡорамалдарҙы файҙаланыу буйынса тренингтар үткәрәсәк, юлда тиҙлек  режимын һаҡлау, коляска менән юл аша сығыу ҡағиҙәләрен өйрәтәсәк. Уҡыуҙар әсәләр аудиторияһы алдында махсус ҡорамалдарҙа үткәрелә.

Фото: det-sad162.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: