Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2021, 11:09

92 йәшлек баҡсасы 24 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән!

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәгән Хәтмулла Һунаршин биш тонна ҡабаҡ уңышы алған.

92 йәшлек баҡсасы 24 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән!
92 йәшлек баҡсасы 24 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән!

Быйыл йәй ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан, тырыштарҙың баҡсаһында йәшелсә-емеш уңды. Кемдер ҡарбуз-ҡауын үҫтерһә, икенселәре ер сәтләүеген йыйып кинәнә.

Ә бына Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәгән 92 йәшлек Хәтмулла Һунаршин һигеҙ сутый ерҙә биш тонна ҡабаҡ үҫтереп алған. Ҡабаҡтың иң ҙуры 24 килограмм тарта. Ул шулай уҡ баҡсаһынан 45 күнәк эре картуф йыйған.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, олатайҙың әле булһа баҡсала ҡаҙынып, йәй буйы йәшелсәләрен ҡарап, көҙөн мул уңыш йыйып алыуына һоҡланырға ғына ҡала. Афарин, Хәтмулла олатай!

Фото: Гөлдәр Ҡадаева.

Автор:Карима Усманова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: