Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2021, 09:44

4 айлыҡ ҡустыһын алып сығырға өлгөргән...

Һигеҙ балалы ғаилә йәшәгән йортто ут ялмаған мәлдә өйҙә 2007 һәм 2021 йылғы ике бала ғына була.

4 айлыҡ ҡустыһын алып сығырға өлгөргән...
4 айлыҡ ҡустыһын алып сығырға өлгөргән...

Кисә Күгәрсен районының Мерәүешле ауылында ағас йорт гөлтләп янып киткән. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр килеп етә.

Һигеҙ балалы ғаилә йәшәгән йортто ут ялмаған мәлдә өйҙә 2007 һәм 2021 йылғы ике бала ғына була. Ҡыҙ янғын башланыуын хәбәр иткән ҡулайламаның әсе тауышын ишетеү менән, ҡустыһын эләктереп, тышҡа йүгереп сыға. Бәхеткә күрә, янғында ҡорбандар юҡ.

Күп балалы ғаиләне Йомағужа ауылындағы муниципаль торлаҡҡа урынлаштырыуҙы планлаштыралар. Янғындың сәбәптәрен тәүтикшереүсе асыҡлаясаҡ.

Республикала ут сығыу осраҡтары кәмемәй, барығыҙҙы ла уяу, яуаплы булырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: