Даирә
+25 °С
Ясна
Новости
26 Сентябрь 2021, 03:51

Күренекле рус яҙыусыһының иҫтәлегенә арнап

Район биләмәһендә данлыҡлы яҡташыбыҙ рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуыуына 230 йыл тулыу айҡанлы XXXI-се Халыҡ-ара Аксаков көндәре үтте.

Күренекле рус яҙыусыһының иҫтәлегенә арнапКүренекле рус яҙыусыһының иҫтәлегенә арнап
Күренекле рус яҙыусыһының иҫтәлегенә арнап

Байрамда ҡатнашыу өсөн республикаға, атап әйткәндә, Аксаковтарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн Өфөгә Болгария Республикаһы һәм Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары вәкилдәре килде.

Йола буйынса, Аксаков көндәре Иҫке Ҡыйышҡы ауылында башланып китте. Ҡунаҡтарға бай эстәлекле программа әҙерләнгәйне. Сарала ҡатнашыусыларҙы ҡунаҡсыл Ҡырмыҫҡалы ерендә икмәк тоҙ менән ҡаршы алдылар. Ҡунаҡтар Иҫке Ҡыйышҡы мәктәбе биләмәһендә урынлашҡан Сергей Аксаковтың бюсына сәскәләр һалды. Һуңынан Сергей Тимофеевичтың исемен йөрөткән мәктәпкә уҙҙы. Мәктәп фойеһында уҡыусылар яҙыусының “Ал сәскә” әҫәренән өҙөк тәҡдим итте. Бында шулай уҡ ҡунаҡтар райондың үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы әҙерләгән яҙыусының әҫәрҙәренән торған “Уның тормошо тыуған яғыбыҙҙың бер ынйыһы” тип аталған китаптар күргәҙмәһе менән танышты.

Артабан сара Ҡырмыҫҡалы ауылында дауам итте. Ҡырмыҫҡалының Ленин исемендәге майҙанда уларҙы милли ихаталар һәм интерактив майҙансыҡтар көтә ине. Ҡунаҡтарҙы башҡорт, татар, сыуаш, мордва, рус ихаталары вәкилдәре күңелле йырҙар, һый-хөрмәт менән ҡаршы алды, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Сара яҙыусының киң билдәле “Ал сәскә” әкиәте буйынса театрлаштырылған тамаша менән тамамланды.

(Тулыраҡ гәзит биттәренән уҡырһығыҙ).

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас