Даирә
+9 °С
Ясно
Новости
19 Сентября 2021, 13:36

Оло быуын вәкилдәре лә һайлауҙарҙан ситтә ҡалманы.

Йөҙҙө ваҡлаған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Игнатьевич Шальков Рәсәй Думаһы депутаттарын һайлауға үҙ өлөшөн индерҙе.

Оло быуын вәкилдәре лә һайлауҙарҙан ситтә ҡалманы.Оло быуын вәкилдәре лә һайлауҙарҙан ситтә ҡалманы.
Оло быуын вәкилдәре лә һайлауҙарҙан ситтә ҡалманы.

Иван Игнатьевич депутаттарҙы үҙ өйөндә һайланы. Эйе, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға, оло быуын вәкилдәренә участка һайлау комиссияһы ағзалары өйҙәренә килә. Комиссия вәкиле Иван Игнатьевичты партиялар менән таныштырып үткәндән һуң, ручка, битлек һәм бирсәткә тапшырҙы. Ул, үҙ сиратында, бюллетенде уҡып сыҡҡандан һуң, кәрәкле урындарға ҡултамғаһын ҡуйып, бюллетенде күсмә йәшниккә төшөрҙө.

- Һайлауҙы ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа ҡалдырғаным булманы. Илебеҙҙең именлеге өсөн тауыш бирәм. Беҙ еңеүгә уттар аша килдек. Беҙ күргән ауырлыҡтарҙы, хәсрәт-ҡайғыларҙы һөйләп, аңлатып бирерлек кенә түгел. Бына шуның өсөн беҙгә бик ҡиммәт тыныслыҡ. Иң ҙур теләгем - Рәсәйҙә башҡаса бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын, йорт-ил, донъялар тыныс торһон. Бөгөнгө көндә етеш тормошта йәшәү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Берҙәм, тырыш булғанда ғына бөтәһе лә буласаҡ,- ти ветеран.

Прибелский ауылынан Ирина Петровна менән Станислав Николаевич Потаповтар ҙа 2302 һайлау участкаһына килеп үҙ тауыштарын бирҙе.

- Беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ бит үҙебеҙ һайлаған депутаттарҙың дөрөҫ итеп сығарған һәм ҡабул иткән ҡанундарына ла бәйле. Шуға күрә һәр беребеҙ үҙебеҙҙең, балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең алдағы тормошо өсөн тауыш бирергә тейешбеҙ,- ти улар.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас