

Тотош ил кимәлендә киң билдәлелек яулаған сара - «Мәргән уҡсы» бәйгеһендә Учалы, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ, Мәләүез райондарынан, Сибай ҡалаһынан ярышсылар килде. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла традицион милли кейемдәрҙә сығыш яһаны.Тәүге көндә яндан уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үтте. Унда мәктәп уҡыусылары бик теләп ҡатнашты.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы баш ҡала ҡунаҡтары Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Рәмил Рәхимов, уның урынбаҫары, республика “Хәрби дан” музейы директоры Илшат Утяев, “Мәргән уҡсы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Юлай Ғәлиуллин сәләмләне. Юлай Рәфҡәт улы был турнирҙың үҙенсәлеге менән таныштырып, уҡсылар һыбай сабып килгән көйө сәпкә аталар, тәүҙә ике сәпкә, һуңынан өс сәпкә тейҙерергә кәрәк, тине.
- Бындай төрҙәге сара беҙҙең районда өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Был ябай булмаған бәйгелә мәргәнлектә һәм етеҙлектә үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләүсе һәр кем ҡатнаша ала.
Уҡсыларҙың боронғо башҡорттарҙың кейемдәре - бүрек, елән, салбар, итек кейеүҙәре бәйгенең мөһим шарты булып тора, - тине район балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең ҡул көрәше буйынса тренеры Асҡар Ишберҙин.
Ярыш сәме менән янған бәйгеселәргә һауа торошоноң әсе еле лә, ямғыры ла ҡамасауламаны. Һыбайлылар тиҙлеккә лә, атта сабып барған килеш уҡтан атыу буйынса мәргәнлектә лә көс һынашты. Ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә, венгрса маршрутта - 1-се урынды Рушан Хәсәнов (Учалы), 2-се урынды Илдус Ибраһимов (Баймаҡ), 3-сө урынды Артур Батыршин (Сибай) яулаһа, корейса маршрутта- Рушан Хәсәнов (Әбйәлил) 1-се урынға, Юлай Ғәлиуллин (Өфө) 2-се урынға, Асҡар Ишберҙин (Ҡырмыҫҡалы) 3-сө урынға лайыҡ булды. Шулай уҡ корейса маршрутта 1-се урын йәштәр араһында Баймаҡ районынан 15 йәшлек Инйәр Юртбәковҡа бирелде.
Рушан Хәсәнов: - Бөгөнгө еңеүем тәүге тапҡыр булмаһа, һәр ярыш алдынан тулҡынланыу кисерергә тура килә. Уҡ менән атыу, ғөмүмән, атта һыбай ярышыу күңелгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ тәьҫораттар бирә. Иҫке Бәпес ауыл хакимиәтенә йылы ҡаршылағандары һәм сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәре рәхмәт белдерәм.
«Мәргән уҡсы» сараһы – йолаларҙы тергеҙергә ярҙам иткән, халыҡтың фольклор һәм мәҙәни мираҫыҙ пропагандалаған һәм киләсәк быуынды тәрбиәләгән үҙенсәлекле ваҡиға. Был изге эш тағы ла оҙаҡ йылдар дауам итер, тип ышанғы килә.
Тулыраҡ мәҡәлә гәзиттең киләһе һанында сығасаҡ.
Гөлсәсәк Аласова.