Даирә
+13 °С
Ясно
Новости
18 Сентября 2021, 18:31

ҺИНЕҢ БӘХЕТЕҢ МИНЕҢ ҠУЛДА

Мин инде был төҙөлөш компанияһында ике йыл эшләйем. Килгәндә үҡ, яҙмыш миңә йылмайҙы тиһәм дә була. Сәркәтип талап ителгәс барған инем, документарым хужаға оҡшаны. Шулай итеп икенсе көндә үк мин эш башланым. Тик сәркәтип түгел, ә хужаның ярҙамсыһы булып...

ҺИНЕҢ БӘХЕТЕҢ МИНЕҢ ҠУЛДАҺИНЕҢ БӘХЕТЕҢ МИНЕҢ ҠУЛДА
ҺИНЕҢ БӘХЕТЕҢ МИНЕҢ ҠУЛДА

Был уңыш, Хоҙайҙың бүләгеллер тип ҡабул иттем дә ҡурҡһам да ең һыҙғанып эшкә тотондом. Әйткәндәй хужамдың исеме Нәсир. Тәүҙәрәк исеме нисектер ҡыҙыҡ тойолдо. Атаһы Низам булып сыҡты. Шулай мин Нәсир Низамовичтың уң ҡулы. Бер бүлмәлә тейерлек ултырабыҙ, тик өҫтәл араһын үтә күренмәле быяла стена ғына бүлә. Беҙҙең төп эш ҙур, уңайлы сауҙа үҙге төҙөү. Офистағы эшселәр үҙ-ара бик татыу, күбеһенсә ир-егеттар. Ҡатын-ҡыҙҙар бар, тик әҙ.

Бөгөн шул хәтлем эш ҡуп булды, хат та баш ауырта башланы. Етмәһә банкет. Йәш архитектор малайын йыуҙыра. Бармаһаң уңайһыҙ. Барып ҡына ҡотлайым да ҡайтып ятам тигән уй менән зал яғына юл тоттом. Зал икенсе каридор осонда ине. Ҡапыл кофе бүлмәһенең ишеге асылып мине кемдер йән көскә ҡараңғылыҡҡа һөйрәне. Аңыма ла килеп өлгөрмәнем, кемдер иренемдән үбергә кереште.

- Теймә! Ебәр! Мин унан айырылырға теләп артҡа сигендем. Тик көслө ҡулдар мине ҡосағынан ысҡындырырға уйламай ине.

- Ебәр! Артҡа сигенә торғас һалҡын стенаға барып терәлгәнемде аңланым. Тора бара ҡараңғылыҡҡа күҙ ҙә өйрәнде. Нәсир???? Йөрөк табанға төшкәндәй тойолдо. Йөрәгемде ҡурҡыу сорнап алһа ла мин быны уға һиҙҙермәҫкә тырыштым.

- Туҡтағыҙ Нәсир Низамович! Мин уның ҡулдарын алырға тырыштым. Ә ул һаман ҡайнар ирендәре менән яланғас муйынымдан үбә ине. Ул минем ҡаршылашыуыма иғтибар ҙа итмәй үбеүен, һәрмәүен дауам итте. Тора-бара минем туҡтауһыҙ ҡаршылышыуым асыуына тейҙе күрәһең. Йәшен тиҙлегендә ике ҡулымды ла ҡайырып артҡа шаҡарҙы.

- Нәсир Низамович, ебәрегеҙ, үтенәм!

- Ҡурҡма Альбина! Тик кенә тор. Шул һүҙҙәрен ишетеү менән таға ла ҡаршылашырға маташып ҡараным, тик ул бөтә көсө менән мине ҡыҫып тота ине. Тәҙрә аша төшкән яҡтылыҡтан уның йөҙө күренеп ҡалды. Мине көсләп ҡыҫып тотоуынан йыш-йыш тын алыуҙары ҡараңғы бүлмәнең тыныслығын боҙҙо. Уның алйыған ҡарашын күрмәҫ өсөн бар көсөмә ҡарашымды йәшерҙем. Ул быға риза булманы ахры. Ике ҡулы менән дә башымды көсләп үҙенә бороп маңлайын минең маңлайыма терәп күҙҙәрен төбәне. Нимә уйлағанымды белергә теләне ахры. Уның үтә текләгән ҡарашына оҙаҡ бойһоноп тора алмай, ирекһеҙҙән күҙҙәремде йомдом. Ә ул шуны ғына көткәндәй тағы ла һөлөк кеүек ирендәремә йәбеште. Мин тағы ла уны үҙемдән айырырға, башымды борғоларға унан иренемде айырырға тырышам. Ул үбеү менән генә ҡәнәғәтләнмәй муйын буйлап төшөп кофта төймәләрен тиҙ-тиҙ ысҡындыра башланы. Ярай әле ҡулдарын тотоп өлғөрҙөм.

- Тынысланығыҙ! Тынысланығыҙ! әйҙә һөйләшәйек! Был һүҙҙәрем нисек булһа ла уны икенсегә әүрәтеү ине. Ул мине ҡасып китмәҫлек итеп ҡулдарымды бергә тотоп, үҙе бер ҡулы менән туҙраған сәстәремде битемдән ситкә һыпырҙы. Ә үҙе ас ҡараштар менән ҡарап.

- Һин тыныслан - тыныслан тигән һайын, һин минең теләкте арттыраһың. Альбина мин бит һине теләйем! Ниңә һин шуны аңламайһың?

- Ярамай, һеҙҙең бит ҡатынығыҙ бар.

- Ул бит бында юҡ.

- Булмаһа ни. Мин һаман да ҡаршылашыуымды дауам иттем.

- Альбина, мин бит һинең эргәңдә тыныс ҡына тора алмайым. Ул был һүҙҙәрен иҫбатлағандый тағы ла һөжөмгә күсте. Был юлы инде бөтә тәне менән мине стенағы ҡыҫып юбҡаны сисергә тырыша башланы. Шул ваҡыт башымдан “бөттө, эләктем” тигән уй үтте һәм үҙемдә һиҙмәҫтән

- Мин һиңә быны бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәкмен –тип ҡысҡырғанымды аңланым. Тынлыҡ. Ара тирә икебеҙҙең йыш-йыш тыналған тауыш ҡына ишетелеп ҡала. Ҡорбанын

ботарлап ташларғә әҙер булған йыртҡыс кейәфәтендәге кеше лә туҡтап ҡалды. Аңына килде ахры. Ҡурҡыуымдан торған урынымда ҡатып ҡалдым. Бары тик уның ҡайнар тыны маңлайыма ҡағылғанын ғына тоям. Хәҙер нимә булыр, нисек бынан ысҡынырға тигән уйҙар борсой башланы һәм уның ҡосағы бушағанын һиҙеп бөтә асыуым менән уны этеп ишеккә ашыҡтым. Бына яҡтылыҡ. Бар теләгем был ишек янынан тиҙерәк китергә ине. Тик бына аяҡтарым ғына үҙемә бойһонмаған төҫлө. Ҡурҡыҙан ҡалтырай, быуыным тотмай. Йә хоҙай ҡотолдом! Тиҙерәк, тиҙерәк китә һалыр кәрәк был ишек янынан, юҡһа кире һөйрәп аласаҡ бит. Нишләп мин? Бүтән ҡатын-ҡыҙ бөткәнме?

Әҙерәк хәл алғас былай ойпаланған көйө кешегә күренүҙән ҡурҡып аҙымымды шәбәйттем һәм тап шул ваҡыт та көтмәгән дә икенсе ишектән сығып килгән йәш инженер егеткә төкөнөм. Ул минең йүгереп үтеп барғанға аптырап.

- Альбина ней булды? ул минем артымдан эйәрергә уйлағаны ла, туҡтап ҡалды. Ул да бит инде күптән артымдан йүгерә, осрашыуҙарға саҡыра, бүләктәр тотоп килә. Тик минең генә күңелем ятмай. Бер яҡтан ҡараһаң итәғәтле, тәртипле. Ҡалайтайым инде оҡшамағас.

Низамович бәйләнгәндән һуң битемә буялған помаданы һөртөп, макияжымды, өҫ-башымды рәтләгәндән һуң ҡайтырға йыйындым. Был эштә бер минут та торғом килмәй ине. Кем? Кем ул шул хәтлем мине ҡараңғыға һөйрәп бәйләнергә. Кем ул шул хәтлем минең ризалыҡһыҙ миңә ҡағылырға. Минең дә үҙ ғорурлығым бар. Кем менән йөрөргә, кемде теләргә хаҡым бар. Ә уның теләге буйынса түгел. Ярһыуымдан йөрәгем күкрәгемә һыймай тибә, һулаған һауам үпкәмә һыймай ине. Бар офесты яңғыратып илағым, йән көсөмә асыуымдан аҡырғым килде. Тик ярамай! Күҙ йәшен күрһәтергә ярамай! Өйҙә рәхәтләнеп, күңелем булғансы илармын, тик бында түгел. Күп ҡалманы. Ҡотолам алла бирһә! Иртәгә үҡ эштән китергә ғариза яҙам. Шул уйҙарға бирелеп коридорҙан шәп-шәп атлап китеп барғанда артымдан исемемде әйткәнгә әйләнеп ҡараным. Миңә ҡарай өлкән инженер Әхәт ағай Нуриевич килә ине. Шунда уҡ көйәләнгәнемде һиҙҙе ахры. Ғәҙәттәгесә килеп ҡосағына алып туҙраған сәстәремдән һыйпаны. Бына-бына түгелергә торған күҙ йәштәре үҙенән үҙе ағырға тотондо. Әйтерһең дә Әхәт ағайҙың йәлләүен генә көткәнмен.

- нимә булды? Ул тыныс ине.

Яуап бирергә уңайһыҙланғанды аңлағас төпсөнөп торманы. Туҡтауһыҙ ҡалтыранған тәнемдән, һүҙһеҙ аңланы. - Сабыр ит! такси саҡыртам – тип телефонынан номер йыя ла башланы. Мин бер минутта түҙеп торорға теләмәй инем. Шуға сумкамдан машина асҡысын эҙләргә тотондом. Хәйерсегә ел ҡаршы, аныһы табылмай ҙа ҡуя. Асҡысты сығарғанымды ҡарап, көтөп торған Әхәт ағый оҫта ғына ҡулымдағы асҡысты тарты ла алды. Мин аңламай уға ҡараным.

- Иртәгәгә тиклем миндә булыр - тип асҡысты костюм кәҫәһенә һалып та ҡуйҙы.- Был хәлдә руль артына ултырмайһың. Такси менән ҡайт.

- Әхмәт ағай бииир инде, матур ҡайтып етәм. – тип үтенеүем дә бушҡа ғына булды.

Һаманда мыш-мыш танау тартыуымды күргән инженер ағай мине ҡосағына алып атайҙарса арҡамдан һөйөп, тынысландырырға тырышты. Таксиға ултырғас, ишекте ябыр алдынан “көйәләнмә, ныҡ бул!” тип тороп ҡалды. Машина эсендә тағы ла үҙ уйыма бирелдем. Әхәт ағай эргәлә булғанда күңелгә нисектер тыныс ине. Ул нисектер мине бөтө бәләнән һаҡлаған кеүек. Ә был хужаға нимә етмәй? Зифа ҡайын кеүек матур ҡатыны бар, туп шикелде ике балаһы үҫеп килә. Етешлектә йәшәй, һәйбәт эштә эшләй. Тағын нимә кәрәк? Ә нимәгә ул мине һайлаған? Артынан йүгергән Эльзаны һанға һуҡмай миңә йәбешә. Ғашиҡ иттерәм тип уйлағаным да юҡ бит, сәбәп тә бирмәнем. Тыныс ҡына эшләй бирәм. Бер йыл буйы иғтибар биреп, комплименттар әйтеп йөрөнө. Хатта был турала бөтә офес эшселәре лә һиҙенә ине. Арттан ғәйбәт һөйләүселәрҙә булманы түгел. Ошоғаса хужаның бәйләнгәне юҡ ине. Шулай ҙа теләге булғандыр, сөнки ҡайһы саҡ сәйер ҡараштарын һиҙә инем. Ошоғаса минем “юҡ” тип әйтеүем уға закон ине. Шуның өсөн дә мин уны кеше булараҡ хөрмәт итә инем. Ә бөгөн нимә булған һуң уға? Хайуан кеүек ҡыланды. Ахырҙа түҙемлегенең сиге булды...

2

Иртәгә эшкә бармаясағымды яҡшы белгәс, йоҡом туйғансы йоҡлап кистән әҙерләгән ғаризамды тотоп эшемә киттем. Хәҙер элекке эшем була инде. Офесҡа ингәс барыһы ла сәйер ҡараған һымаҡ тойолдо. Бәлки минең эшкә һуңлап килеүемә аптырағандарҙыр. Сөнки улар бит өйрәнгән минемң эшкә беренсе килеп ултырыуыма. Уртаҡ ишеккә еткәс үҙемдең өҫтәл яғына күҙ ташлап алдым, өҫтәлдә ниндәйҙер ҡағыҙҙар туҙрап ята. Моғайында берәй документ эҙләгәндер тип уйлап хужа бүлмәһенә үттем.

- Һаумыһығыҙ Нәсир Низамович. Ул өҫтәл алдында ултырған көйө тәмәкеһен көйрәтә ине.

Ҡыҙыҡ, мин булғанда ул бүлмәлә тәмәке тартмай ине. Уны күреү менән аяғым үҙенән үҙе ҡалтырай башланы. Ул хәҙер миңә башын күтәреп ҡарар ҙа, йыртҡас арыҫлан кеүек өҫтөмә ташланыр кеүек. Минең тауышымдан ул компьютерынан башын күтәрҙе. Бер ниҙә булмағандай.

- Оҙаҡ йоҡлайһың Альбина, кисәге объекттың заключенияһын тапманым.

Ул хәбәрен һөйләй һөйләй тәҙрәһен асып тәмәке төтөнөн елләтә башланы. Тимәк минең өҫтәлдән заключения эҙләгән. Бирәм мин һиңә хәҙер заключения тип уйлап та өлгөрҙөм, күңелем нәфрәт менән гөлт итеп ҡабынды. Ишек төбөндә ҡыбырларға ҡурҡып торған еремдән шарт-шорт баҫып ғаризамды шартлатып алдына һалдым.

- Мин эштән китәм! Бына ғаризам.

Ул үҙен тыныс тотто. Яйлап барып үҙ урына ултырып ғаризанан күҙ йүгертеп үткәс. Ҡабаланмай ғына ҡағыҙ битен дүрткә йыртып өҫтәл ситенә ырғытты.

- Бөгөнгә ял ит Альбиночка, ә иртәгә эш урыныңда ваҡытында бул!

- Мин эшкә сыҡмайым, көтмәгеҙ.

- ә мин һине ебәрмәйем, эш хаҡыңды ла бирмәйем. Һәм шуны бел! Йөҙө үҙгәрҙе. Икенсе эшкә китәм тиһәң, я тебе везде кислород закрою, так что уйла! Заключения ҡайҙа? Уның һуңғы һүҙенә иғтибар итеп тормайса.

- Һеҙҙең хаҡыҡыҙ юҡ мине көсләп эш урынында тоторға. Указ бирергә һеҙ миңә бер кем дә түгел! Һуңғы һүҙем уны тамам сығарынан сығырҙы кеүек. Ултырған еренән ҡапыл тороп асыулы ҡараш менән миңә төбәлде. Был ҡараштан өҫтөмә эҫе һыу һибелгәндәй булды.

- Ҡасан да булһа, мин һиңә кемдер буласаҡмын! Ул был һүҙҙәрҙе шул хәтлем ышаныслы итеп әйтте, хатта әйтер һүҙемде лә оноттом. Алай ҙа ҡапыл докумен иҫкә төштө.

- заключенияңды үҙең тап!-тип әйтеп булмәнән сығып коридорға юл тоттом. Шул саҡ артта нимәнеңдер стенаға һуғылып сәлпәрәмә килгәне ишетелеп ҡалды.

Офистың ишегенән сыҡҡанда “эшкә барыбер сыҡмайым” тип уйлап сығып киткән инем. Өйҙә тынысландым. Төрлө яҡтан уйланым. Был хайуан ысынлап та аҡсаны бирмәһә. Яңы алған машинаның кредитын туләй алмаясаҡмын. Ярай берәй ай ниск тә булһа ла түләрмен. Ә ҡалған айында нисек булырға? Тағы ла фатирға аҡса ҡайҙан табырға? Әсәйемә лә аҡса бирәм тип вәғәҙә иткән инем. Етмәһә илдә кризис, эш юҡ. Ҡайҙан йәһәт кенә аҡсалы эш табам мин.

Икенсе көндө бөтә йәнем менән эшкә барғым килмәһә лә эшкә сығып эшләй башланым. Яңы заказ алдыҡ. Был юлы ҡунаҡхана төҙөйбеҙ. Был беренсе ҙур заказ ине. Шуға күрә барыһы ла мәж килеп эшкә сумды. Кемде ҡарама ҡағыҙҙарын тотоп, папка ҡосаҡлап йүгерешәләр. Беҙҙән дә кеше өҙөлмәй ул килә, был китә. Эштең күплеге ҡайһы саҡ ҡыуандыра мине. Теге кис ваҡытлыса булһа ла иҫтән юйыла. Оноторға ла ваҡыттыр инде. Ярты йыл үтте бит инде. Ни тиһәңдә бер бүлмәлә ултырабыҙ. Эш буғас аралашмай булмай. Шулай булһа ла мин бик уның территорияһына сыҡмаҫҡа тырышам, бары тик эш буйынса ғына. Һүҙем дә шул эш буйынса ғына ҡушыла. Әйткәндәй хужам миңә ҡайһы саҡ ҡарап-ҡарап ала. Әйтерһең дә ҡарашы менән өтөп ала. Шулай ҙа яҡын килергә баҙнат итмәй. Онотто мине тип уйлаһаң улай ҙа түгел. Йыш ҡына өҫтәлемә сәскәләр ултыртып ҡуя. Тәүҙәрәк бирләнеп күҙенең алдында сүп биҙрәһенә ташлай инем. Хәҙер инде иғтибар
итмәйем.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас