Даирә
+4 °С
Ясно
Новости
17 Сентября 2021, 09:13

Ветеран өйөндә һайланы

Сахай ауылында йәшәүсе райондың иң өлкән кешеһе - 103 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сабирйән Зиннәтулла улы Әсфәндийәровты комиссия ағзалары өйөнә барып һайлатты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ветеран өйөндә һайланыВетеран өйөндә һайланы
Ветеран өйөндә һайланы

Бөгөн илебеҙҙә төбәк һәм дума һайлауҙары башланды. Ул илдәге эпидемиологик хәл менән бәйле, 17, 18, 19 сентябрҙә дауам итәсәк.

Сахай ауылында йәшәүсе 103 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сабирйән Зиннәтулла улын комиссия ағзалары өйөнә барып һайлатты. Әйткәндәй, 20 сентябрҙә уҙаман 104 йәшен тултыра. Бөгөнгө көндә ул ҡәҙер-хөрмәттә ҡыҙы Гүзәл һәм кейәүе Риф тәрбиәһендә ғүмер кисерә.

- Атайым илдә барған ваҡиғаларҙы күҙәтеп бара. Көн дә БСТ каналынан “Яңылыҡтар”ҙы ҡарамай ҡалмай. “Өмөт” гәзитен ҡараштырып сығырға ярата. Һуңғы осорҙа сәләмәтлеге үҙен йыш һиҙҙертә. Шуға ла бала ҡараған кеүек бар иғтибарыбыҙҙы уға бүлергә тырышабыҙ, - тип уртаҡлашты Гүзәл Сабирйән ҡыҙы.

Сабирйән олатай әле лә үҙ зиһенендә, бюллетенде уҡып сыҡҡандан һуң ғына кәрәкле урындарға ҡултамғаларын ҡуйҙы. Хөрмәткә лайыҡ уҙамандың илебеҙ өсөн мөһим ваҡиғала ҡатнашыуы маҡтауға лайыҡ. Тыуған ил тыныслығын яулауҙа ҡатнашҡан, туған колхозында ғүмер буйына фиҙакәр хеҙмәт өлгөләре күрһәткән олатайҙан башҡаны көтөү мөмкин дә түгел. Алдағы көндәрҙә лә уҙаманға ныҡлы һаулыҡ, имен ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотоһы.

Ветеран өйөндә һайланы
Ветеран өйөндә һайланы
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас