Даирә
+8 °С
Облачно
Новости
15 Сентября 2021, 09:18

Миңлехан Әбдиев: “Коронавирусты күмәк көс менән генә еңеп була”

Боҙаяҙ ауылының уҙаманы Миңлехан Солтанғәзи улы Әбдиев йыл башында тәүгеләрҙән булып, коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләткәйне. Ошо көндәрҙә ул Боҙаяҙ амбулаторияһына өсөнсө тапҡыр Covid-19-ға ҡаршы Спутник-Лайт вакцинаһын өсөн эшләтеү килде.

Миңлехан Әбдиев: “Коронавирусты күмәк көс менән генә еңеп була”Миңлехан Әбдиев: “Коронавирусты күмәк көс менән генә еңеп була”
Миңлехан Әбдиев: “Коронавирусты күмәк көс менән генә еңеп була”

Миңлехан Солтанғәзи улына 2 июлдә 86 йәш тулған. Ул Боҙаяҙ ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң ауыл хужалығы институтының механика факультетын тамамлай. Башта ремонт-техника станцияһында эшләй, һуңынан “Нефтепроводмонтаж” тресына эшкә урынлаша һәм баш түбән яңы ҡоролмалар уйлап сығарыу донъяһына сума. Мәҫәлән, 60-сы йылдарҙа торба һалыу төҙөлөшө камиллаштырып бөтөлмәгән була. Ул саҡта торбаларҙы ҡул менән иретеп йәбештерәләр, ә ул ярымавтомат иретеп йәбештереү өсөн ҡоролма уйлап сығара. Унан һуң ул уйлап сығарған ҡоролмаларҙың һаны 12-гә етә. Уларҙың барыһы ла етештереү өсөн ҡулланыла. Ул шулай уҡ Бохара – Урал, Урта Азия – Үҙәк газ торбаларын һуҙыуҙа ла ҡатнаша.

Ә инде үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, предприятие үҙ эшен япҡандан һуң Үҙәк тәжрибә механика оҫтаханаһы директоры торлаҡ йорттар төҙөү менән шөғөлләнә башлай. Уның предприятиеһы республикала тәүге монолит йорттар төҙөүсе була. РСФСР-ҙың аткаҙанған уйлап табыусыһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе һәм бихисап юғары дәүләт баһаларына ирешә Миңлехан Солтанғәзи улы.

Миңлехан Әбдиевтың йортонда урынлашҡан музейында ла торба һуҙыу тармағының тотош тарихы менән танышырға була. Стендарында күп һанлы наградалары урын алған. Ғаилә көнкүреше экспонаттарынан ҡарт олатаһынан ҡалған самауырҙар һәм музыка ҡоралдары ла бар, хатта.

Пандемия башланыу менән ул ҡатыны Рәсимә Ниғмәтйән ҡыҙы менән тыуған ауылына олатаһы нигеҙенә ҡайтып төпләнә. Уҙаман эшләгән йылдарында тыуған ауылында ла үҙенең хеҙмәт өлөшөн индергән. Тоташ бер урамға һәм тыҡрыҡҡа бетон плиталар йәйҙергән. Хәҙер был урамды Әбдирев урамы тип тә йөрөтәләр. Алдынғы ҡарашлы, абруйлы аҡһаҡалдың коронавирус инфекцияһына ҡаршы тороу өсөн берҙән-бер ышаныслы юл – вакцина һалдырыу тип иҫәпләүе лә, ғәжәп түгел. Ул яңы препараттар барлыҡҡа килеү менән мәкерле сирҙән прививка яһатырға ҡарар итә. Тәүҙә йәшәгән урыны буйынса Өфө ҡалаһындағы дауаханаға шылтыратҡас, унда вакцина булмауы хаҡында әйтәләр. Боҙаяҙға ҡайтҡан сағында район үҙәк дауаханаһынан белешкәндән һуң, бер нисә көн үткәс уны прививка яһатырға саҡыралар.

- Кемдәрҙер вакцина яһатыуҙан ҡурҡып, шик белдерәләр, төрлө имеш-мимеш хәбәрҙәргә ышаналар. Ике  прививка яһатҡандан һуң да үҙемде яҡшы тойҙом, бер ерем дә ауыртманы. Был сирҙе тик күмәк көс менән генә еңеп була, тип иҫәпләйем һәм яҡындарыма ла прививка эшләтергә кәңәш итәм.

Айырыуса ҙур рәхмәтемде район үҙәк дауаханаһының баш табибы Салауат Камалетдиновҡа, Боҙаяҙ участка терапевы Лилиә Мәүлетоваға белдергем килә. Уларға ла сәләмәтлек юлдаш булһын, - ти Миңлехан Солтанғәзи улы.

Уҙамандың үҙен яҡшы тойоуы уның ныҡлы холоҡло, көслө ихтыярлы булыуы, спортты яратыуы, сәләмәт тормош алып барыуы менән дә бәйлелер, моғайын. 48 йәшендә табиптар  уға йөрәк ауырыуы менән бәйле физик көс талап иткән эштәр менән шөғөлләнмәҫкә кәңәш итәләр. Ләкин, ул бының киреһен иҫбатларға теләп, шул ваҡыттан алып, әркенләп күнекмәләр эшләй башлай. Көн һайын иртән тороп, гимнастика эшләгәндән һуң 15 минут йүгереүҙе үҙенең ғәҙәтенә әйләндерә.

Ғөмүмән, сәләмәтлегенә етди ҡараған уҙаман теплицаһында үҫтергән помидорҙан, болгар боросонан, сейәнән блендер аша һуттар сығарып, уларҙы йыл әйләнәһенә ҡуллана. Ҡышҡылыҡҡа һуттарҙы стакандарға һалып, туңдырғыста туңдырып ҡуйып, иртән ашар алдынан ярты сәғәт, кис йоҡларға 3 сәғәт ҡалғас эсә.

Шуға ла, үҙ йәшенә ҡарағанда күпкә йәшерәк күренә Миңлехан ағай. Хәҙер инде коронавирус ауырыуының биҡ ҡурҡыныс, үҙең өсөн генә түгел, тирә-яҡтағыларға ла хәүефле икәненә күптәр ышанғандыр. Тик прививка яһатып ҡына, үҙеңде һаҡлап ҡалып була. Шуға ла Миңлехан ағай кеүек өлкәндәрҙән үрнәк алырға кәрәк.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас