Айыу балаһы урмандан асығып килеп сыҡҡандыр, моғайын, тип фаразлай видео авторы. Шул уҡ ваҡытта айыуҡай үҙен тәртипле тотҡан, тирә-йүнгә ҡаранып, тәҙрә янындағы баҫҡысҡа менеп баҫҡан да бинаның эсен тикшерә башлаған. Тайыш табан менән осрашыу нисек тамамланғандыр – билдәһеҙ.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы ҡырағай йәнлектәрҙең әүҙемләшеүе тураһында хәбәр иткәйне. Әгәр кешегә айыу менән осрашырға тура килһә, белгестәр бына ошондай кәңәштәр бирә:
— бер ҡасан да айыуға яҡын бармағыҙ, хатта ул үҙен тыныс тотһа ла;
— айыуҙы ҡурҡытмағыҙ, сөнки уның һөжүм итеүе мөмкин;
— ҡулығыҙҙы өҫкә күтәрегеҙ, дуҫтарығыҙ менән бер урынға йыйылығыҙ — үҙегеҙҙе унан ҙурыраҡ икәнегеҙҙе күрһәтегеҙ. Айыуҙар дошманының ҙурлығына ҡарай;
— бер ҡасан да айыуҙан ҡасмағыҙ. Ул баҫтырырға ярата, кешенең артынан төшөүе мөмкин. Йөҙөнә ҡарап, әкрен генә артҡа китегеҙ. Алыҫта йөрөгән айыуҙың ғына хәүефһеҙ икәнен бер ҡасан да онотмағыҙ.






