Даирә
+26 °С
Облачно
Новости
10 Сентября 2021, 09:55

"Үҫеш нөктәһе" үҙәге киң мөмкинлектәр аса

2024 йылға тиклем республикала 798 "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәге булдырыласаҡ. Бөгөн "Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" федераль проекты буйынса район үҙәгенең 2-се мәктәбендә лә ғилми йүнәлешле "Үҫеш нөктәһе" асылды. Уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың шатлығын муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, район мәғариф бүлеге начальнигы Гөлнара Иҫәнбаева ла уртаҡлашты. Улар барыһын да ошо ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотланы һәм уҡыусыларға фән өлкәһендә уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләне.

"Үҫеш нөктәһе"  үҙәге киң мөмкинлектәр аса"Үҫеш нөктәһе"  үҙәге киң мөмкинлектәр аса
"Үҫеш нөктәһе" үҙәге киң мөмкинлектәр аса

- Ун йыл тирәһе элек уҡытыусылар алдында мотлаҡ компьютерға өйрәнеү бурысы ҡуйылған саҡтарҙы көлөп иҫләргә генә ҡалды. Беҙ заман менән бергә атларға тейешбеҙ, балаларыбыҙҙың заманса һанлы технологияларҙы өйрәнеү, улар менән эшләү мөмкинлектәре булыуы ҙур шатлыҡ. Беҙ был проектты пандемияға тиклем башлағайныҡ. Башта бер мәктәптә генә астыҡ, быйыл иһә бындай үҙәктәрҙең һанын алтауға еткерергә ниәтләйбеҙ.

Мәғариф һәр ваҡыт мөһим ролде биләй, сөнки беҙ шәхесте һәм йәмғиәтебеҙҙе башланғыс белем биреү баҫҡысынан тәрбиәләйбеҙ. Яңы асылған кластар буш тормаҫ, тип ышанам. Уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға яңынан-яңы үҫештәр һәм асыштар теләйем, - тине Әлфир Фәрхәт улы.

Шулай уҡ йыйылыусылар алдында район мәғариф бүлеге начальнигы Гөлнара Иҫәнбаева һәм мәктәп директоры Михаил Климкин сығыш яһаны. Йыр дәресе уҡытыусыһы Роберт Фәйзуллиндың йырлы сәләмләүенән һуң ҡунаҡтар физика, биология, химия һәм һанлы технология лабораторияларында уҡытыусыларҙың төрлө тәжрибәләр эшләгәнен ҡараны. Баҡтиһәң, һанлы микроскоп менән эшләү ярҙамында обьектты 1600 тапҡырға тиклем ҙурайтып ҡарарға һәм уның фотһүрәтен дә эшләргә була икән. Шулай уҡ лабораторияларҙа урынлаштырылған заманса приборҙар менән һауа дымлылығын, температураһын билдәләргә мөмкин. Был приборҙарҙы кабинеттарҙа ғына түгел, сәйәхәткә сыҡҡанда ла ҡулланырға һәм кәрәкле күрһәткестәрҙе һаҡлап ҡуйып, дәрестәрҙә файҙаланырға була. Уҡыусыларҙың махсус программа ярҙамында күҙ алдында роботты йыйып, уның музыка аҫтында бейегәнен күҙәтеү ҙә барыһына ла ҡыҙыҡлы булды.

- "Үҫеш нөктәһе" үҙәгендә "Химия", "Биология", "Физика" кеүек фәндәрҙе төптән өйрәнеү генә түгел, ә балаларға робототехника, проектлау, цифрлы белем биреү буйынса эш алып барыласаҡ. Был проект ярҙамында мәктәпкә  физика, химия һәм биология фәндәре буйынса буйынса өсәр һанлы ҡоролма, өс робот һәм бер робот-манипулятор алып ҡайттылар. Уларҙа 150 уҡыусы шөғөлләнәсәк. Барлыҡ уҡыусылар ҙа ғәҙәттәге дәрестәрҙә ошо яңы ҡоролмалар менән файҙалана аласаҡ. Ә робототехника түңәрәгенә 5,6 ,7-се кластар уҡыусылары йөрөйәсәк, -тип билдәләне “Үҫеш нөктәһе” үҙәге етәксеһе Светлана Ғәбитова.

- Беҙгә робототехника класынды шөғөлләнеү бик оҡшай. Унда икенсе йыл йөрөйбөҙ. Яңы роботтар йыйылмалары ҡайтыуына һөйөнөсөбөҙ сикһеҙ, - тип уртаҡлашты 6 “б” класы уҡыусылары Индира Ҡәйүмова һәм Азалия Абдуллина. Әлбиттә, “Үҫеш нөктәһе” үҙәгендә балаларға технологик оҫталыҡ менән бергә гуманитар белем дә берҙәй биреләсәгенә шик юҡ. Уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ла уңыштар теләйбеҙ. Уҡыусылар яңынан-яңы бейегерәк үрҙәргә ынтылһын!

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотолары.

"Үҫеш нөктәһе"  үҙәге киң мөмкинлектәр аса
"Үҫеш нөктәһе" үҙәге киң мөмкинлектәр аса
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас