Даирә
+13 °С
Ясно
Новости
10 Августа 2021, 04:16

Бәхетле ҡартлыҡ кисерә

Йәмле йәйҙең бер көнөндә Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Мөзәйнә Зиннәтулла ҡыҙы Хәйруллина үҙенең 95 йәшлек оло юбилейын билдәләп үтте.

Бәхетле ҡартлыҡ кисерәБәхетле ҡартлыҡ кисерә
Бәхетле ҡартлыҡ кисерә

Мөзәйнә Хәйруллина Стәрлебаш районының Йәшергән ауылында тыуа. Уҙамандың бала сағы ҡаты һуғыш йылдарына тура килә. Бала ғына килеш тыл яландарында барған көрәштең бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә татый. Эштең дә ауырын-еңелен һайлай торған саҡ түгел ине, ти инәй. Ысынлап та, быуындары ла нығынып өлгөрмәйенсә иңдәренә төшкән тормош ауырлыҡтарын күп күрә балалар. Һуғыш башланғанда Мөзәйнә инәй үҙенең тиҫтерҙәре менән бер рәттән тылдағы ауыр тормошто күреп, аслы-туҡлы булһалар ҙа, ололар менән бер тигеҙ колхоз эшендә булыша, фермала һыйыр ҙа һауа, иртәле-кисле сөгөлдөр баҫыуында ла тир түгә. Колхозда ир-аттар булмағанлыҡтан, бер эште лә ауыр тип тормаған, эшенә яуаплы ҡараған Мөзәйнәне бригадир итеп тә ҡуялар. Аҙаҡ Өфө кирбес заводында ла эшләй. Свердлов өлкәһенә торф сығарырға ла ебәрәләр уны.
1948 йылда Мөзәйнә Зиннәтулла ҡыҙы Ибрай ауылы Миңлеәхмәт Ғәлиулла улы менән өйләнешеп, төп йортта ҙур ғаилә булып ҡайны-ҡәйнә менән бергә йәшәй башлайҙар. Икеһе лә К.Маркс исемендәге колхозда ең һыҙғанып эшкә тотоналар. Мөзәйнә Зиннәтулла ҡыҙы ғүмер буйы колхозда сөгөлдөр баҫыуында эшләй, фермала һауынсы була. Хөкүмәт эшенән тыш, өйөндә яғымлы, хәстәрлекле хужабикә. Мөзәйнә инәй аш-һыуға ла, бәйләм бәйләргә лә уңған була. Матур-матур селтәрле шәлдәр, ойоҡбаштар бәйләргә ярата. Миңлеәхмәт Ғәлиулла улы колхозда төрлө эштәрҙә эшләй. Асыҡланыуынса, уның мауығыуҙары ла бихисап булған икән. Оҫта умартасы булараҡ, күп итеп бал ҡорто ла тотҡан. Бигерәк тә балыҡ тоторға, һунар итергә ярата. Хатта һуғыш ваҡытында ҡуян, төлкө атырға план да биргән булғандар уға.
Хәйруллиндар өс ҡыҙ һәм ике малайға ғүмер биргәндәр. Донъялар тыныслығында тормош иптәше, балалары менән имен-аман йәшәп китергә ине лә... Юҡ шул, яҙмыш үҙенең һынауҙарын ҡуя. Миңлеәхмәт Ғәлиулла улы бик йәшләй – 43 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсә. Тормош иптәшен юғалтыуын бик ауыр кисерһә лә инәй, йөрәк әрнеүен эш менән баҫа, сабырлыҡ менән үткәрә. Балалары уға алға барырға этәргес була. Балаларын ел-ямғырҙан ҡурсалап, аяҡҡа баҫтыра. Хәстәрлекле әсә ҡулында ҡанат нығытҡан ул-ҡыҙҙары тормошта үҙ урынын тапҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты ауырығандан һуң Риф улы ла был донъя менән хушлаша. Бала ҡайғыһы бигерәк тә әсә йөрәгенә уңалмаҫлыҡ яра һала. Башҡалары инде тыныс тормошта, именлектә матур донъя көтәләр. Хәҙер инде улар үҙҙәре олатай-өләсәй булғандар. Мөзәйнә инәй ҙә ейән-ейәнсәрҙәргә бик бай – 13 ейән-ейәнсәре, 15 бүлә-бүләсәре һәм 1 тыуасары бар. Киләсәктә лә уларҙың уңыштарына ҡыуанып, шатланып йәшәргә яҙһын.
Бөгөнгө көндә Мөзәйнә Зиннәтулла ҡыҙы ҡәҙер-хөрмәттә, иғтибарҙа Зәлифә ҡыҙында йәшәй.
- Бар ғүмере эш менән үтте, бер ҙә бушаманы. Бер үҙе булһа ла, тырышып донъя көттө. Балаларын матур итеп тәрбиәләне, ярҙам итте, белем бирҙе,- ти Зәлифә Миңлеәхмәт ҡыҙы Батталова.
Мөзәйнә Зиннәтулла ҡыҙы оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Ҡөрьән китаптары, гәзит-журналдар уҡый. Тик йәш үҙенекен ала, һуңғы ваҡытта уның сәләмәтлеге һиҙелерлек ҡаҡшаған. Мөзәйнә инәйгә ныҡлы сәләмәтлек, сикһеҙ бәхетле көндәр һәм тағы ла күп йылдар ғүмер миҙгелдәре теләйбеҙ.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас