Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йыр марафонын Һарытау ҡабул итте

Бөгөн “Еңеү көнө” Һарытау ерендә яңғырай. Һәм уны беҙ йырҙың тәүге башҡарыусыһы – СССР-ҙың халыҡ артисы, танылған опера йырсыһы, Глинка исемендәге Бөтә Союз вокалистар конкурсы лауреаты, Л.В. Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерваторияһы профессоры Леонид Сметанников башҡарыуында тыңлай алабыҙ.#песнипобедыПФО#НашДеньПобеды

“Бөйөк байрам – Еңеү көнө Волга буйы федераль төбәктәре һәм тотош илебеҙ халҡын берләштерә. Был үлеләр өсөн түгел, тереләр өсөн кәрәк!” – ти артист.

Йыр марафонына тип әҙерләнгән видеояҙма март айында, ил күләмендә юғары әҙерлек һәм үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем, яҙҙырылған. Был юлы “Еңеү көнө” йырын Леонид Сметанниковҡа ҡушылып А. Шнитке исемендәге Һарытау өлкә филармонияһының “Хор музыкаһы театры” башҡара. Бөйөк Еңеүҙең гимнына әйләнгән йыр Бөркөт тауындағы Еңеү паркында асыҡ һауала урынлашҡан Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы биләмәһендә яңғыраны. Бында Бөйөк Ватан һуғышы йылдары менән бәйле 26 меңдән ашыу берәмек ҡомартҡы һаҡлана. Улар Һарытау һәм совет халҡының ауыр яу йылдарындағы тормошон сағылдыра.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Беҙҙең Еңеү көнө” йыры марафоны 25 апрелдә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вөкиле башланғысы менән старт алғайны. Уның барышында округтың барлыҡ төбәктәре данлыҡлы “Еңеү көнө” йырын башҡарып, эстафетаны бер-береһенә тапшыра. Акцияла Мордва, Мари Иле, Удмурт Республикаһы, Башҡортостан, Татарстан, Һамар, Түбәнге Новгород өлкәләре, Пермь крайы әүҙем ҡатнашты. Һарытауҙар марафонды Ульяновск өлкәһенә тапшыра.

Акцияның барышын урындағы телекомпаниялар, радиостанциялар, киң мәғлүмәт саралары яҡтырта, шулай уҡ видеояҙмаларҙы #песнипобедыПФО и #НашДеньПобеды хэштегтары аҫтында табырға була.

Фото: turbina.ru

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: