

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла килгән, кешеләрҙең тормошон уңайлыраҡ итеүсе “Экологик именлек” милли проекты сиктәрендә уҙғарылған был сара ағас ултыртыу ғына түгел, ә планетабыҙҙың киләсәге тураһында хәстәрлек күреү һәм тыныс күк йөҙө өсөн ғүмерҙәрен биргән яугирҙәрҙең хәтерен мәңгеләштереү символы ла булып тора.
Мөһим ваҡиғаның ҡунаҡтары – Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров сараны асып, был акцияның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.
Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, күмәкләшеп эшкә тотоноп, Дмитриевка ауылы эргәһендәге йәмле яланда 18 мең ылыҫлы ағастарҙы тиҙ арала ултыртып та сыҡтыҡ. Был ваҡытта Ефремкин ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар патриотик йырҙары менән акцияла ҡатнашыусыларға дәрт өҫтәне.
Был сара нацизмға ҡаршы яуҙа батырлыҡ күрһәтеүселәрҙең даны мәңгелеккә халыҡ күңелендә уйылып ҡалыуын һәм төрлө һөнәр эйәләрен, төрлө йәштәге яҡташтарҙы тыныслыҡты, именлекте һаҡлап ҡалыу маҡсатында берләштергәнен тағы бер тапҡыр асыҡ күрһәтте.
Ағастар ултыртыу – яугирҙәргә ҡуйылған иң яҡшы һәйкәл. Улар үҫеп етеп, тиҫтә йылдар буйына яуҙа башын һалған батырҙарыбыҙҙы хәтерләтеп торасаҡ.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.