Даирә
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Февраль , 14:26

Республикала Стәрлетамаҡ — Раевка юлы яңыртылды

Былтыр мөһим төбәк трассаһының өс участкаһы норматив хәлгә килтерелде.    

Республикала Стәрлетамаҡ — Раевка юлы яңыртылды
Республикала Стәрлетамаҡ — Раевка юлы яңыртылды

Башҡортостанда 2025 йылда «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ – Раевка юлының 12,3 саҡрымында ремонт эштәре башҡарылды. с участка Әлшәй һәм Стәрлетамаҡ райондарында, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт министрлығынан. Быйылғы төҙөлөш миҙгелендә ошо трассаның тағы ла 6 саҡрымын төҙөкләндерергә кәрәк.

Юл халыҡ тығыҙ йәшәгән биләмәлә йәшәүселәр өсөн мөһим роль уйнай, тип билдәләнеләр Транспорт министрлығында. Стәрлетамаҡта 281 мең кеше йәшәй һәм тағы ла 80 меңдән ашыуы — Стәрлетамаҡ һәм Әлшәй райондарында. Ошо юлдан Стәрлетамаҡҡа йөрөйҙәр, шулай уҡ был Р-240 Өфө – Ырымбур федераль трассаһына сығыу юлы булып тора.

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2026-02-05/v-bashkirii-otremontirovali-dorogu-sterlitamak-raevskiy-4566075

Автор: Элина Әхмәтова
Автор:
Читайте нас