Даирә
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Октябрь 2025, 10:17

Ауыл халҡы яңы ФАП-тан ҡәнәғәт

Иҫке Сусаҙыбаш ауылында яңы медицина пункты асылды.     

Ауыл халҡы яңы ФАП-тан ҡәнәғәт
Ауыл халҡы яңы ФАП-тан ҡәнәғәт

Яңауыл районының Иҫке Сусаҙыбаш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») булышлығында мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Быға тиклемге медицина пункты 1960 йылда төҙөлгән, һыу менән тәьмин ителмәгән һәм канализация булмаған бинала урынлашҡан була. Яңы учреждение заманса талаптарға һәм стандарттарға тулыһынса яуап бирә. Унда халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәргә эшләү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер кабинеты, ҡарау һәм процедуралар бүлмәләре, пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн айырым бүлмәләр, медикаменттар һәм йыйыштырыу кәрәк-ярағын һаҡлау урындары бар. Унда Иҫке Сусаҙыбаш, Яңы Сусаҙыбаш һәм Андреевка ауылдарында йәшәгән 113 кешегә тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеләсәк.

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының төп маҡсаты – халыҡтың ғүмер оҙайлығының юғары күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға ғүмер оҙайлығын – 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу күҙаллана. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фотолар: Яңауыл районы хакимиәте.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
 
 
Автор:
Читайте нас